Башҡортостанда 5-нән 8 ноябргә тиклем экологик ғилем аҙналығы үтәсәк. Акцияны республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, райондар хакимиәттәре менән берлектә Республика балалар экология-биология үҙәге үткәрәсәк.
Акция барышында мәктәптәрҙә экологик дәрестәр үткәреү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын һәм сүп-сарҙы айырып йыйыу тураһында аңлатыу эштәре ойоштороу тәҡдим ителә.
Министрлыҡ был эштә разделяйснами.рф һәм моряроссии.рф ресурстарын ҡулланырға тәҡдим итә.
Билдәләнеүенсә, быйыл 15-20 апрелдә үткән “Экологик ғилем аҙналығы”нда 60 мең уҡыусы һәм студент ҡатнашҡан, 1700 экодәрес ойошторолған. Акция республиканың #ЙәшелБашҡортостан экологик проекты сиктәрендә үткәрелә.