Экология
24 Октября 2019, 16:08

Серле һәм шомло урындарҙың береһе

...Төндә эргә-тирәләге ауыл халҡы ҡот осҡос гөрһөлдәүҙән тертләп уяна. Ер һелкенәме ни!..

Фото: "Бәйләнештә".Фото: "Бәйләнештә".
Фото: "Бәйләнештә".
...Төндә эргә-тирәләге ауыл халҡы ҡот осҡос гөрһөлдәүҙән тертләп уяна. Ер һелкенәме ни! Ә кем йоҡламаған, улар үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ғына була торған мөғжизәле хәлгә – серле күк есеменең Ергә төшөүенә шаһит була.
Был хәл 1990 йылдың 17 майынан 18-енә ҡараған төндә теркәлгән. Күк йөҙө кинәт яҡтырып китә, ҡот осҡос тауыш ишетелә һәм шартлау шаңдауы тирә-яҡты тетрәндерә. Бәхеткә күрә, метеорит Стәрлетамаҡтан егерме километр алыҫлыҡтағы бойҙай үҫтергән ҡола яланға төшә. Иртән иһә был урынға илдең төрлө мөйөштәренән ғалимдар, журналистар, фотографтар йыйыла башлай.
Метеорит кратерының диаметры ун метр самаһы була, ауырлығын 315 килограмм тип билдәләйҙәр. "Стәрлетамаҡ метеориты" тигән исем бирәләр. Уның ярсыҡтарын урындағы кешеләр сувенирға йыйып ала, иң ҙур киҫәктәренең береһе Өфөлә, Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Бәғзе ғалимдар әлеге көнгә тиклем ер аҫтында күк есеменең өлөштәре ҡалған тип бара, сөнки кратер янында магнит тулҡындары көслө. Әйткәндәй, кратер урыны һаман да һаҡланған, уны баҫыуҙар уратып алған, соҡор урынында бәләкәй генә күл хасил булған.
Республиканың серле һәм шомло урындарҙың береһе ул. Юл төшкәндә барып күрегеҙ!
Читайте нас