Был урын хаҡында бәғзе кешеләр төрлө серле легендалар бәйән итә, унда йылдың төрлө миҙгелендә ҡыҙыҡ һәм тетрәндергес кисерештәр эҙләп килгән кешеләр йыйыла.
Һүҙ Учалы районындағы Ҡарағай күле тураһында. Күберәк ул “Воржеич” исеме менән билдәле, был атаманы башҡорт ерҙәренә күсеп килгән рустар биргән.
Күлдең оҙонлоғо – бер, киңлеге 0,7 саҡрым, уртаса тәрәнлеге – 4,5 метр. Төбө ҡом-ташлы, ләмле. Шаулап ятҡан күлдәрҙән түгел, тымыҡ тәбиғәтле. Ярҙарының текә лә, һөҙәк тә яҡтары бар, һыуға яҡынлап булмаҫтай урындары күп. Һаҙлыҡлы. Был бәрәкәтле төбәктә йәшмә, мәрмәр сығанаҡтары ла осрай.
1965 йылдан Ҡарағай күле Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Тирә-яғында ҡатнаш урмандар үҫә, бейек булмаған тауҙар уратып алған. Күлдән бер нисә километрҙа Аҙнаш, Ҡужай, Шәрип һәм Вознесенка ауылдары урынлашҡан. Әйткәндәй, Шәрип – данлыҡлы дин әһеле Зәйнулла ишан Рәсүлевтең тыуған ауылы.
Күлдә балыҡ күп, ярҙарында Ҡыҙыл китапҡа индерелгән бихисап үҫемлек үҫә. Шул иҫәптән бик һирәк осрай торған аҡ томбойоҡ та. Легенда буйынса, улар төнөн һыуһылыуҙарға әйләнеп байрам ойоштора, ай яҡтыһында йәнгә үтеп инерлек итеп йырлай, кеше осраһа, уны ла үҙҙәре менән һыу аҫтына алып китәләр икән...
Икенсе билдәле легенда буйынса, 1937 йылда Вознесенка ауылындағы сиркәүҙең ҡыңғырауҙарын бәреп төшөргәндәр. Береһен иретергә алып киткәндәр, ә икенсеһен ошо күлдә батырғандар. Ҡайһы берәүҙәр төндәрен ошо ҡыңғырауҙың ҡаҡҡанын ишетә, имеш.
Ҡыҫҡаһы, бер юл төшкәндә, был серле күлде барып күрегеҙ.