Экология
25 Октябрь 2019, 08:15

Үҙ урманыңды үҫтер

Беҙ, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты студенттары, уҡытыу эшмәкәрлеген башламаһаҡ та, оло юлға баҫтыҡ инде. Уҡытыусы – дәүләт төҙөүсе лә ул. Хәҙерҙән алып яңы уҡытыу һәм тәрбиәләү системаһына нигеҙ һалыу маҡсатында, “Үҙ урманыңды үҫтер” тигән проект булдырҙыҡ.

Был инициативаның төп бурысы – экологик торошто Баш­ҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә, бигерәк тә урман янғын­дары үткән өлкә һәм ҡа­лаларҙа һәр кешене үҙ ағасын үҫтереүгә ылыҡ­ты­рыу. Был эште балалар баҡсаһынан алып һәр мәға­риф учрежде­ниеһында, хаки­миәт һәм министрлыҡтарҙа популяр­лаштырырға ниәт­ләйбеҙ. Кесе йәштән үк тәби­ғәткә, хеҙмәткә һөйөү, һәр йән эйәһенә ихтирам һәм һаҡлыҡ тәрбиәләү кәрәк.

Бөгөн имән, ҡайын, кедр ағас­тарын ултыртыуҙы баш­ланыҡ.

Был идеябыҙҙы факульте­тыбыҙ деканы, филология фән­дәре докторы, профессор Луиза Сәмситова менән Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы идараһы рәйе­се Зәки Әли­баев та күтәреп алды.

Башҡортостан йәштәрен генә түгел, барлыҡ республика халҡын бергәләп ошо из­ге эштә ҡатнашырға, яҙлы-көҙлө ағастар ултыртырға са­ҡыра­быҙ. Үҙебеҙҙә генә тү­гел, Себерҙә, Иркутск өлкә­һендә, ғөмүмән, Рәсәйе­беҙҙең һәр төбәгендә Баш­ҡортоста­ныбыҙҙың бер өлөшөн булдырайыҡ!

Читайте нас