Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Октябрь 2019, 06:00

Бында теләктәр тормошҡа аша

Мистика яратҡан, күңелде тетрәндерерлек кисерештәр эҙләгән кешеләр өсөн Башҡортостанда ғәжәйеп урындар күп. Шуларҙың береһе Учалы районының Ахун ауылы эргәһендә урынлашҡан.

Фото: nashural.ru
Фото: nashural.ru
Мистика яратҡан, күңелде тетрәндерерлек кисерештәр эҙләгән кешеләр өсөн Башҡортостанда ғәжәйеп урындар күп. Шуларҙың береһе Учалы районының Ахун ауылы эргәһендә урынлашҡан.


Бронза быуаты дәүеренә ҡараған менгирҙар (вертикаль таштар) комплексына яҡынса дүрт мең йыл. Әлбиттә, был үҙенсәлекле таштарҙы урындағы халыҡ бығаса ла күреп белгән, әммә донъя мәшәҡәттәрен өҫтөнөрәк ҡуйып, иғтибар бирмәгән. Бынан тиҫтә йыл самаһы элек менгирҙар ғалимдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, комплекс уратып алынған, туристар өсөн уңайлылыҡтар булдырылған.


“Башҡортостан Стоунхенджы” тип аталған серле урын ҡасандыр астрономик обсерватория булған, тип күҙаллайҙар. Ул Ҡояшты, Айҙы күҙәтеү, Ҡояш сығыу нөктәһен, көн менән төндөң тигеҙлек көндәрен һәм ҡояш торошон билдәләү өсөн ҡулланылған. Шулай уҡ төрлө йолалар үткәреү өсөн файҙаланылған.


Йыл һайын бында изге теләктәр теләү, күңеленә тыныслыҡ табыу, Аллаһ Тәғәләнән ниәттәренең тормошҡа ашырылыуын ялбарыу өсөн бихисап кеше килә.
Читайте нас