Экология
2 Ноября 2019, 09:29

Межгорье халҡы ниңә борсола?

Бәлки, ҡоштарҙың береһе яраланғандыр, шуға улар быға тиклем йылы яҡҡа оса алмағандыр...

Фото: vk.comФото: vk.com
Фото: vk.com

Һуңғы көндәрҙә һауа торошо ҡапыл ғына үҙгәрҙе: ҡайһы бер райондарҙа хатта бер төн эсендә ҡалын ҡар ятты, йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланды.

Был хәл ҡоштар, йәнлектәр донъяһына ла тәьҫир итмәйенсә ҡалманы, әлбиттә.


Мәҫәлән, Межгорье ҡалаһы халҡы эргәләрендәге яһалма күлдә биш аҡҡоштоң барлығы хаҡында борсолоп яҙа – һыу ятҡылығы боҙ менән ҡапланған. Бәлки, ҡоштарҙың береһе яраланғандыр, шуға улар быға тиклем йылы яҡҡа оса алмағандыр, тип борсола ҡалала йәшәүселәр.

Ошо биш аҡҡошҡа, бәлки, ярҙам итеүсе табылыр?
Читайте нас