Яңыраҡ бер ҡатын Өфөнөң Инорс биҫтәһендәге Йылы күле эргәһендә аҡ ҡарғаны фотоға төшөргән һәм социаль селтәрҙәргә һалған.
Күптәр был фотоһүрәттең ысынлығына шикләнгән. Ә бына биология фәндәре кандидаты, “Янғантау” геопаркы биологы Полина Полежанкина был хәлде ҡоштоң төҫөнөң норманан ситкә тайпылыуы менән бәйле тип аңлатҡан. Йәки ул – альбинос.
Шулай уҡ биолог ике аҙнаға яҡын Инорста ошо ҡарғаны күреү осраҡтары хаҡында әйткән. “16 йыл буйы баҫыуҙарҙа тикшереүҙәр үткәргән осорҙа бер ҙә альбиносты осратҡан юҡ ине”, – тигән Полина Полежанкина. Шулай итеп, тәбиғәттә аҡ ҡарғалар бик һирәк осрай икән.