Экология
9 Ноября 2019, 17:15

Хәйбуллала хәлдәр хәтәр

Аптыраҡ, йәмәғәт: хәйбуллалар быйыл телдән төшмәй.

Фото: vk.comФото: vk.com
Фото: vk.com
Республикабыҙҙың көньяғында урынлашҡан Хәйбулла районы быйыл телдән төшмәй. Ҡыш ҡарҙың йоҡа булыуы, яҙҙың иртә килеүе, айырыуса йәй янғындың йыш теркәлеүе һәм ямғырҙың юҡлығы шуға асыҡ миҫал.


Етмәһә, көҙ дым әҙ булды. Бөгөн ҡала-райондарҙың барыһында ла ҡар яуғанда, Хәйбулла районы ғына яуын-төшөмдән мәхрүм ҡалды. Ысынлап та, иртән тороуға күрше Йылайыр районы һәм Сибай ҡалаһы ап-аҡ ине…

- Хәйбулла районында хәлдәр хәтәр, - тип һөйләй Аҡъяр ауылында йәшәүсе Фидаил Сәлимйәнов. - Башҡортостан төбәктәрендә бер нисә тапҡыр ҡар яуҙы, ә беҙҙә бер ҡар бөртөгө лә төшмәне, әле юлдарҙа саң борҡоп ята. Көтөү туҡтаманы әле. Шуныһы һәйбәт, бесән яҡшы һаҡлана. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ ҡош-ҡортон һуйып туңдырғыстарға һалды. Яҡташтарым һуғым һуйырға әҙерләнә.

Фенолог Садиҡ Ғәбиҙуллин аңлатыуынса, егерме йыл тирәһе элек был ваҡытта Хәйбулла районында ҡар ята ине. Ҡаҙағстандағы кеүек климаттың беҙҙең тарафтарға күсеүен дә инҡар итмәй ғалимдар.
Читайте нас