Башҡортостандың Тәбиғәтте яҡлау район-ара прокуратураһы “ПОЛИЭФ” акционерҙар йәмғиәтенең Иҙәк йылғаһына килтергән зыянын тикшереп, тәбиғәттәге юғалтыуҙарҙы туғыҙ миллион һумдан ашыу тип баһаланы.
Әйткәндәй, июлдә Иҙәк йылғаһына предприятиеның химик матдәләр менән бысранған ағын һыуҙары ағып төшөүе сәбәпле балыҡ күпләп һәләк булды.
“Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән эшләгәндә тирә-яҡ мөхитте яҡлау өлкәһендәге талаптарҙы үтәмәү” статьяһы буйынса ла предприятие административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Бынан тыш, прокуратура төҙөгән административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы протоколдарға ярашлы, йәмғиәткә 1,3 миллион һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк. Өҫтәүенә 12 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Әле авария эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш алып барыла.
Фото “Белебеевские известия” гәзите сайтынан.