Экология
19 Ноября 2019, 09:30

Сибайҙа һауа бысранғанмы?

Тиҙҙән сибайҙар һауаның бысранғанмы, юҡмы икәнен үҙҙәре лә белә аласаҡ.

Был һорау буйынса фекер алышыу Сибай ҡалаһы хакимиәтендә үткән эш кәңәшмәһендә ҡаралды.
Һуңғы ваҡытта ҡалалағы экологик хәлгә бәйле ваҡиғалар махсус күҙәтеү станцияһын булдырыу кәрәклеген күрһәтте. Был хаҡта Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының экология хәүефһеҙлеге бүлеге начальнигы Фларида Ремезова белдерҙе.
Автоматик ҡоролманы урынлаштырыу өсөн ҡала хакимиәте тарафынан ер майҙаны бүленгән. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы станция бинаһын ҡорған, кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған. Тиҙҙән сибайҙар һауаның бысранғанмы, юҡмы икәнен үҙҙәре лә белә аласаҡ.
Фото: "Башинформ"


Читайте нас