Республикала законһыҙ ҡом һәм ҡырсынташ табыуға ҡаршы ойошторолған рейдтың һәр унынсыһы етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған. Был турала Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә мәлендә белдерҙе.
Быйыл министрлыҡ күҙәтеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә 1598 рейд үткәргән. Уларҙа 162 законһыҙ киң таралған файҙалы ҡаҙылма табыу осрағы асыҡланған. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына ошондай ун осраҡ буйынса материалдар йүнәлтелгән. Улар буйынса дәүләткә килтерелгән зыян хаҡы 133 миллион һум тәшкил итә.
– Файҙалы ҡаҙылма табыу күләмен асыҡлау өсөн беҙ ер аҫты участкаларында маркшейдер төшөрөүҙәре үткәрҙек, – тине министр. – Уларҙың һөҙөмтәһе буйынса 382,8 мең кубометр тәшкил иткән законһыҙ файҙалы ҡаҙылма табыу осрағы билдәләнде. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, дәүләткә килтерелгән зыян 73 миллион һум.
Урал Искәндәров шулай уҡ йылғалар төбөн тәрәнәйтеү эштәренә бәйле проблеманы ла күтәрҙе. Предприятиелар ошо ваҡытта ҡом менән ҡырсынташ сығара һәм был файҙалы ҡаҙылмаларҙы ябай тупраҡ итеп һата, был ғәмәлдәге ҡануниәтте тупаҫ боҙоу.
Башҡортостан Башлығы файҙалы ҡаҙылмаларҙы эшкәртеү һәм сығарыу эшмәкәрлеген һанлаштырырға ҡушты. Шулай уҡ законһыҙ сығарған кешеләр тарафынан килтерелгән зыянды ҡаплатыуҙы контролдә тотоуҙы йөкмәтте.
– Тик ябай ауыл кешеләре зыян күрмәһен, улар йолаға ярашлы үҙ кәрәк-ярағы – нигеҙ ҡойоу йәки кәртә ҡуйыу өсөн әҙ генә ҡом йәки ҡырсынташ ала бит, – тине Радий Хәбиров. – Уларға теймәгеҙ. Техника ярҙамында ҡомдо коммерция масштабында сығарғандарҙы язаға тарттырырға кәрәк.