Экология
27 Ноября 2019, 08:00

Учалыла ер тетрәгән

Ноябрҙә Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә ике ер тетрәү теркәлгән.

Ноябрҙә Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә ике ер тетрәү теркәлгән. Ҡаҙағстан милли мәғлүмәттәр үҙәгенең сейсмик станцияһы хәбәр итеүенсә, тәүгеһе Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районында – Сибайҙан 18 саҡрым алыҫлыҡта булған. Ул саҡта магнитуда 2.2 берәмек тәшкил иткән.
Икенсеһе осраҡта 2.5 магнитудалы ер тетрәү Силәбе өлкәһе Уй районының Кочнев ауылы янында (Учалы районының Туңғатар ауылынан алыҫ түгел) күҙәтелгән.
Учалы районының берҙәм диспетчер хеҙмәтенән һәм Туңғатар ауыл биләмәһе хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ер тетрәү буйынса халыҡтан бер ниндәй ҙә мөрәжәғәттәр булмаған.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостан сигендәге һуңғы сейсмик әүҙемлектең 2018 йылдың ноябрендә күҙәтелеүе хаҡында хәбәр иткәйне.
“Башинформ” фотоһы.
Читайте нас