«Ирәмәл» тәбиғәт паркында бер туристик маршрут буйынса бер ҡаргиҙәрҙә йөрөү хаҡы 350 һум тип билдәләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы”, - тип хәбәр итә үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан һәм Урал төбәктәре буйлап үҙаллы сәйәхәт итеү блогы авторы Рина Гринберг.
2018 йылдың мартында Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы, тәбиғәткә зыян килтерә тип, «Ирәмәл» паркы биләмәһендә ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙе тыйҙы. Был ҡарар йәмәғәтселектә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырғайны. Туризм буйынса белгестәр һәм урындағы халыҡ туристар ағымының кәмеүе ихтимал тигән фекер белдерҙе, сөнки мөмкинлектәре сикләнгәндәр генә түгел, өлкәндәр, саңғыла йөрөй белмәгән тәжрибәһеҙ туристар ҙа тауға ҡаргиҙәргә күтәрелә ине. Тәртипһеҙ рәүештә йөрөү генә зыян килтереүе мөмкин, билдәләнгән маршрут буйынса хәрәкәт итеү парк өсөн дә, туристар өсөн дә хәүефһеҙ, тип иҫәпләй экологтар.
Декабрҙә Учалы районының Байһаҡал ауылы халҡы, хәлде асыҡлауҙы һәм уларға туристарҙы ҡаргиҙәргә йөрөтөргә рөхсәт биреүҙе һорап, Радий Хәбировҡа асыҡ хат менән мөрәжәғәт итте. 2019 йылдың башында ғалим-биологтар тауға артылыу өсөн альтернатив маршруттар төҙөнө. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы тәбиғәт паркы документтарына үҙгәрештәр әҙерләне, Хөкүмәттә улар раҫланды. Туристарға Дирекция килешеүҙәре буйынса һәм дәүләт инспекторҙары контроле аҫтында ғына ҡаргиҙәргә йөрөү рөхсәт ителә.
Әйткәндәй, Силәбе өлкәһенең «Йөрәккүл» милли паркы буйлап ҡаргиҙәргә йөрөү ҙә түләүле.
Эдуард Дилмөхәмәтов фотоһы.