Ишембай районында Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы инспекторҙары Ағиҙел йылғаһында законһыҙ балыҡ тотҡан браконьерҙар төркөмөн асыҡлай.
Тәүтикшереүселәр күҙаллауынса, улар - Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән граждандар, төркөмдө ойоштороусы - балыҡ һаҡлау буйынса йәмәғәт инспекторы. Харам табыш - 300 килограмм самаһы балыҡ тартып алына. Закон боҙғандарҙың эше полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла.
“Тәбиғәткә зыян килтергәндәрҙең бер төркөмөн асыҡлау - Ағиҙел йылғаһы масштабындағы тикшереүҙәрҙең бәләкәй генә бер өлөшө. Маҡсатлы эш дауам итәсәк”, - тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Фото Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы сайтынан.