Ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәҫһең... Һунар итеүҙең боронғо ысулын ҡулланып, йыртҡыстар өйөрөн олоу менән үҙенә ылыҡтыра алған кешеләр ҙә бар икән тирә-яғыбыҙҙа.
Ейәнсура районында егерь булып эшләгән Алик Тоҡомбәтов урманға ҡорал урынына фотоаппарат алып йөрөй, тиҙәр. Ни өсөн тигәндә, ул бүре телен яҡшы белә.
Бүрене күргең килһә, ауылдан дүрт километрға ситкәрәк кит, ти егерь. Әммә һуңғы ваҡытта улар йәшәгән ергә яҡынлаша башлаған, хатта трассала осратыуың да мөмкин. Алик Тоҡомбәтов - егерҙәр династияһын дауам итеүсе. Атаһы ла, олатаһы ла ошо һөнәргә тоғро хеҙмәт иткән. Атаһы, пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, һаман да урманда тәртип һаҡлай, браконьерҙар унан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа. Хайуандарҙың тауышына оҡшатып олорға, үкерергә, ҡысҡырырға үҙаллы өйрәнгән.
Алик 35 йәштә бүре өйөрө башлығының яуабын тәүге тапҡыр ишеткән. Ҡарҙағы эҙҙәргә ҡарап, егерь бында кем булғанын “уҡый” ала. Ошонда яңыраҡ һеләүһен йөрөгән, ә был һуҡмаҡтан ике бүре йүгереп сыҡҡан...
Ошондай үҙенсәлекле тәбиғәт һаҡсыһы тураһында Башҡортостан телерадиокомпанияһы ҡыҙыҡлы сюжет та әҙерләгән.