Экология
4 Февраля 2020, 18:00

Ямғыры ла ҡушыла...

Артыҡ кәрәге булмаһа, өйҙә ҡалыу күпкә хәйерлерәктер.

Һауа торошо бер ҙә ҡыуандырмай: йә буранлай, йә ямғыры илай. Тышта сатнама һыуыҡ февраль тип әйтмәҫһең. Бөгөн йәнә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы насар һауа шарттары тураһында иҫкәртте.
Киләһе тәүлектә һауа торошо ипкә килмәй. Буранлы ҡарға ямғыр ҙа өҫтәлмәксе.
4 февралдең 20.00 сәғәтенән 5 февралдең 20.00 сәғәтенә тиклем төбәктә болотло һауа торошо көтөлә. Бөгөн төндә еүеш ҡар һәм ямғыр яуасаҡ. Республиканың көньяғында яуым-төшөм айырыуса күп буласаҡ. Урыны менән боҙлауыҡ барлыҡҡа киләсәк, электр сымдарына һәм ағастарға еүеш ҡар йәбешә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан иҫә, секундына 9-14 метрға етәсәк.
Иртәгә көндөҙ шулай уҡ еүеш ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ һәм төндә -1, -6 градусҡа етәсәк.
Алыҫ юлға сыҡҡандарға айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Юлдарҙа алғы күренеш ни бары 500 метр ғына буласаҡ. Томан һәм еүеш ямғыр, боҙлауыҡ хәлде күпкә ауырлаштырасаҡ. Бындай һауа шарттарында артыҡ кәрәге булмаһа, өйҙә ҡалыу күпкә хәйерлерәктер.
Читайте нас