Экология
6 Февраля 2020, 11:30

Бөрйәндәр бәхетле пар өсөн борсола

Тик бына һыу туңһа, ни эшләргә? - тип хафалана ауылдаштар.

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы халҡы Ағиҙел йылғаһының туңмаған өлөшөндә йөҙөүсе бәхетле пар өсөн борсола. Хайуандар донъяһы ла бик ҡыҙыҡлы. Улар ҙа кешеләр кеүек аралаша, дуҫлаша, бер-береһенә ярҙамлаша белә. Шуға бер миҫал.
Ауыл ҡыҙы Әнисәнең төшөргән видеоһын күптәр күргәндер. Иҫтә ҡалырлыҡ ҡышҡы “мөхәббәт” тарихы. Ҡанаты һынған аҡҡош ҡыш башында уҡ, үҙ өйөрөнән айырылып, ауыл эргәһенә һыйынған, һирәкләп булһа ла ярға сыҡҡылаған.
- Халыҡ бик борсола. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ла мөрәжәғәт иттек. Һалҡындар башланғас, уны тоторға ла тырышып ҡараныҡ. Көтмәгәндә ярҙам бөтөнләй башҡа яҡтан килде. Күршеләрҙең ҡаҙы үҙ ихатаһын ташлап, аҡҡош тормошо менән йәшәй башлай. Хәҙер аҡҡошҡа һис тә күңелһеҙ түгел. Тик бына һыу туңһа, ни эшләргә? - тип хафалана ауылдаштар.
Аҡҡоштоң көҙҙән алып бер аҙ үҫкәнен, ҡанаты төҙәлә башлағанын да ауылдаштар күреп, һиҙеп тора. Әлегә был ғәҙәти булмаған пар Ағиҙелде йәмләп, кешеләрҙең иғтибарын үҙенә тартып һыуҙа йөҙә...
Фото:vk/com
Читайте нас