Экология
7 Февраля 2020, 18:45

Урман батшабикәһен эҙләйҙәр

Һайлап алыу туры 10 мартҡа тиклем барасаҡ.

“XXI быуат ағас ҡырҡыусыһы” Рәсәй беренселегенә ярашлы, дүртенсе тапҡыр “Урман батшабикәһе-2020” Бөтә Рәсәй конкурсы уҙасаҡ.
Был сара шәхси һәм һөнәри үҫешкә, ошо өлкәләге уй-ниәттәрен, экологик, бағыусылыҡ проекттарын бойомға ашырырға ынтылған ҡатын-ҡыҙҙы дәртләндереү маҡсатында ойошторола.
Конкурста урман тармағына ҡараған ойошма-предприятиеларҙа эшләгән, мәғариф учреждениеларында белем алған 21-35 йәшлек гүзәл зат вәкилдәре ҡатнаша ала.
Ойоштороу комитеты белдереүенсә, “Урман батшабикәһе-2020” IV Бөтә Рәсәй конкурсы финалында ҡатнашҡандарҙың сығымдарын проектты булдырыусылар ҡаплаясаҡ. Һайлап алыу туры 10 мартҡа тиклем бара. Конкурстың тулы шарттары менән ойоштороусының рәсми сайтында (www.korolevalesa.com) танышырға мөмкин.
Республиканың урман сәнәғәтендә, хужалыҡтарында ҡатын-ҡыҙ күп эшләй - ҡатнашырға баҙнат итергә кәрәктер.
Фото Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас