Баш ҡаланың халыҡ яратҡан ифрат матур, ҡотло урындары бар. Сәғит Агиш урамында урынлашҡан бәләкәй генә быуа ла – шундайҙарҙан. Уны йылы осорҙа ҡыр өйрәктәре төйәк итә, халыҡ та һыу буйынса рәхәтләнеп ял итә.
Әммә тиҙҙән был шатлыҡтан яҙҙырыуҙары ихтимал. Мәғлүм булыуынса, ниндәйҙер ширҡәт ошо урынды төҙөкләндереүҙе үҙ өҫтөнә алған, шул иҫәптән рельефты тигеҙләү, ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу күҙаллана. Былар 12 февралдә башланған, эш алып барған ойошманың паспорты күрһәтелмәгән, ти урындағы әүҙемселәр. Ошо хаҡта “Өфө 1” порталы хәбәрселәре яҙа.
Әйткәндәй, быуаны тулыландырған шишмәнең башы саҡ ҡына өҫтәрәк урынлашҡан, ул йырын буйлап ағып һыу ятҡылығына төшә икән. Әгәр ҙә йырынды тигеҙләү эштәре атҡарылһа, тәбиғәткә һәм экологик хәлгә ҙур зыян килтереләсәк, быуа һайығасаҡ, ҡороясаҡ, унда йәшәгән фауна вәкилдәре һәләк буласаҡ, тип борсола бәғзе баш ҡала кешеләре. Шулай уҡ быуала муниципаль хеҙмәттәрҙең насос станцияһы ла урынлашҡан.
Әүҙемселәр ҡала властарынан йырынды тигеҙләү һәм шишмәне ҡоротоу эштәрен туҡтатыуҙы талап итә. UFA1.RU порталы хәбәрселәре ҡала хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иткән, әммә әлегә яуап биреүсе юҡ икән.
Быуаға килгәндә, ул үткән быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән. Бер нисә йыл элек уның эргәһен тәртипкә килтергәндәр. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ – заман үҙгәрештәре ҡала халҡы яратҡан тәбиғәт мөйөшөнә ҡағылырға тейешме? Таш ҡаланы йәнләндергән, уның йәме булған тәбиғәт өлгөһөн һаҡлап ҡалып булырмы?