Экология
10 Марта 2020, 12:30

Нефтле тап йылғаға нисек эләккән?

Белгестәр шунда уҡ урынға сыҡты һәм 10х30 квадрат метрлыҡ майҙанда диаметры алты сантиметрҙан 50 сантиметрға тиклем ҙурлыҡта булған таптар тапты.

Уҙған аҙнала республикала янғындарҙа һигеҙ кеше һәләк булған. Барлығы 136 ут сығыу осрағы теркәлгән, 47 кеше ҡотҡарып ҡалынған. Дөйөм алғанда, былтырғы менән сағыштырғанда, янғындар - туғыҙ, ә уларҙа һәләк булғандар 21 процентҡа кәмегән.
Мәҫәлән, Шишмә районындағы янғында ике ир һәләк булған, улар тәмәке тартҡан. Өйҙәрендә янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайлама булмаған. Ә 7 мартта теркәлгән янғында биш балалы ғаиләне тап шул ҡулайлама ҡотҡарған. Төтөн еҫен һиҙгәс тә, балалары менән өйҙә булған әсә кеше тиҙ арала уларҙы тышҡа сығара һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡырта. Һөҙөмтәлә кешеләр ҙә, йорт та иҫән ҡала.
Был мәғлүмәттәрҙе бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйына дәүләт комитеты вәкиле еткерҙе. Шулай уҡ уҙған аҙнала дүр кеше бейеклектән осоп төшкән, уларҙың береһе һәләк булған, өсәүһе дауаханала. Бөгөнгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус менән сирләгән кешеләр теркәлмәгән.
Уҙған аҙнала тағы бер ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән – Благовещен ҡалаһы янында Ағиҙелдә нефтле тап табылған.
– Белгестәр шунда уҡ урынға сыҡты һәм 10х30 квадрат метрлыҡ майҙанда диаметры алты сантиметрҙан 50 сантиметрға тиклемге таптар тапты. Был таптар шул ерҙән үтеп киткән ҡаргиҙәрҙән тороп ҡалған. Муниципалитет көстәре менән бысранған урын таҙартылды, бысраҡ шыйыҡса юҡҡа сығарылды. Тикшергәс, нефтле таптың һыуға эләкмәүе асыҡланды, – тине дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов.
Фото: ГорОбзор.
Читайте нас