Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты белгестәре мәғариф ойошмаларында яҙғы өмәләр алдынан “Киләсәк һинән башлана!” тигән лозунг аҫтында асыҡ экодәрестәр үткәрҙе.
– Экология дәрестәре балаларға экология, көндәлек тормошта уның әһәмиәте, ҡалдыҡтарҙың сығанаҡтары, улар менән эш итеү алымдары тураһында мәғлүмәт биреүгә ҡорола. Иң мөһиме – йәштәр тирә-яҡ мөхитте һаҡларға, уны күрергә, тойорға һәм аңларға өйрәнә, – тине Сибай комитеты рәйесе Гөлнар Ноғманова.
Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу, уларҙы икенсел эшкәртеү тураһындағы әңгәмәләр, тематик конкурстар берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Балалар ҡалдыҡтарҙа сүп-сар түгел, ә эшкәртеү өсөн сеймалды күрергә өйрәнде, уларҙы айырып йыйыуҙың экология һәм иҡтисад өсөн файҙалы икәнлегенә төшөндө.
Әйткәндәй, экодәрестәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Экология” милли проекты һәм “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы нигеҙендә үткәрелде.
Фото: ecology.bashkortostan.ru