Экология
11 Апреля 2020, 08:05

"Күрмәй ҙә ҡалдыҡ..."

Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы борсола ла, хәүефләнә лә...

Әбйәлил районында бәләкәй генә шишмәнән башланған Һаҡмар йылғаһының оҙонлоғо 760 километр тирәһе, шуның яртыһы тиерлек Башҡортостан (Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары) аша үтә. Артабан Ырымбур өлкәһе буйлап ағып, унан инде Урал йылғаһына ҡушыла.
Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы янынан борғоланып аҡҡан Һаҡмар йылғаһында быйыл боҙ китеү күҙәтелмәгән тиһәң дә була. Вәзәмдәр (халыҡ телендә ауыл – Вәзәм) һөйләүенсә, ҡыш йылы тороу сәбәпле, боҙ йоҡа булған, шуға күрә лә ул тиҙ генә ирегән.
"Йәйгеһен Һаҡмарҙа рәхәтләнеп һыу инәбеҙ, балыҡ тотабыҙ, ҡош-ҡорт үрсетеү өсөн дә отошло. Быйыл йылғабыҙ әллә ни ташманы, шулай ҙа бик шомло аға", - ти танышым күңелһеҙ генә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡасандыр хатта боҙ тығылыу осраҡтары ла теркәлгән, һыуҙың ныҡ күтәрелеп, күперҙе саҡ ағыҙып алып китмәгән саҡтары ла булған. Ә хәҙер...
Автор фотоһы.
Читайте нас