Шөкөр, эргәбеҙҙә генә тормоштағы күренештәргә, тәбиғәткә битараф булмаған, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылып йәшәгән кешеләр бихисап. Ғәҙәттә, улар үҙҙәренең матур эштәре хаҡында ҡысҡырып һөйләп, кешегә күрһәтеп тә бармай.
Хәйбулла районының Өфө ауылында йәшәгән Юлиә Юлыева ла шундайҙарҙан. Ул көн һайын иртәнсәк мал-тыуарын ҡырға ҡыуған мәлдә тау буйҙарындағы сүп-сарҙы йыйып алырға тырыша.
“Малды беренсе көн сығарғанда улым мҽнән тау-таш араһында фото төшөп алырға булдыҡ. Тик тирә-яҡ сүп-сар мҽнән тулған инҽ... Йыбанманым, бөгөндән башлап ҡайтышлай сүп-сарҙы йыя башланым. Бер пакет ҡына һалып алып сыҡҡан инем, ҡырҙа тағы икәү табылды. Уларҙы ла тултырып, сүп-сар контейнерына оҙаттым. Дуҫтар, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, үҙ ишек алдыбыҙ кеүек таҙа тотайыҡ!” – тип өндәшә ул.
Юлыевтарҙың татыу ғаиләһендә өс бала үҫә, уларҙың исемдәре лә матур, мәғәнәле: Ильяс, Хәҙисә, Ислам. Өфө ауылы халҡы Юлыевтарҙы өлгөлө, әүҙем ғаилә тип белә. Юлиә – ҡул эштәре оҫтаһы ла, селтәрҙәр яһай, камзулдар тегә.
“Әлеге үҙ-үҙеңде изоляциялау мәлендә лә ваҡытыбыҙҙы бушҡа үткәрмәҫкә тырышабыҙ – көн дә ниндәй ҙә булһа файҙалы эш башҡарабыҙ, балаларҙы ла йәлеп итәбеҙ. Күптән түгел атайҙары менән сыйырсыҡ ояһы яһап элделәр. Изоляция шарттарын үтәп, магазинға барып торманыҡ, ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән эшләнек. Бына шундай бәләкәй генә эштәр, үҙебеҙҙең өлгө менән балаларыбыҙҙа хеҙмәткә һәм тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ”, - ти Юлиә.
Фотолар: Ю. Юлыеваның шәхси архивынан.