Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Май 2020, 22:40

Урмансыларҙы яңы техника көтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә киләһе көндәрҙә йылы, ҡоро һауа торошо көтөлөүен, янғындарға әҙер булырға кәрәклекте билдәләне.

Башҡортостанда быйылғы беренсе урман янғыны теркәлде: 1 майҙа Баймаҡ районында 1,5 гектар майҙанды ялмаған утты өс сәғәттә һүндергәндәр. Был хаҡта Башҡортостан Башлығының оператив кәңәшмәһендә республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров: “Үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы мәлендә урманға сығыу тыйыла. Әммә был яҡын көндәрҙә йылы, ҡоро һауа торошо вәғәҙәләйҙәр, шуға күрә янғындарға әҙер булырға кәрәк”, - тип белдерҙе.
Радий Фәрит улы шулай уҡ “Экология” милли проектына ярашлы урмансыларҙың яңы техника менән тәьмин ителәсәге хаҡында белдерҙе, Урман хужалығы министрлығына Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән берлектә юлдарға яҡын булған урмандарҙа тәртип булдырырға ҡушты, был йәһәттән Баймаҡ, Әбйәлил райондарын өлгө булараҡ телгә алды.
Фото: yandex.ru/turbo
Читайте нас: