Экология
23 Май 2020, 15:00

Төйәләҫ ял итергә саҡыра!

"Бында һүҙ тәү сиратта хәүефһеҙлек хаҡында бара. Кешеләр йыһазландырылған урындарҙа һыу инергә тейеш".

Сибайҙа Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Төйәләҫ йылғаһының яр буйын төҙөкләндереү проекты менән танышты.

Уны “Ҡала мөхите” программаһы буйынса тормошҡа ашырырға ниәтләйҙәр. Төҙөкләндереү эше йәйәүлеләр өсөн юлдар һалыу, контейнер майҙансыҡтары булдырыу, яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү камералары ҡуйыу, биләмәне йәшелләндереү һ.б. үҙ эсенә ала. Ошонда уҡ пляж инвентарҙарын һаҡлау урыны барлыҡҡа киләсәк.

“Кешеләр һәр саҡ һыу эргәһендә ял итергә ярата. Беҙҙең йылғалар һәм күлдәр – халыҡты үҙенә ылыҡтырыу урыны, – тине Радий Хәбиров. – Муниципалитеттар башлыҡтары менән килештек: йыл да ике пляжды төҙөкләндерәсәкбеҙ. Бында һүҙ тәү сиратта хәүефһеҙлек хаҡында бара. Кешеләр йыһазландырылған урындарҙа һыу инергә тейеш”.

Фото: glavarb.ru
Читайте нас