Экология
29 Май 2020, 05:53

Геройҙы иҫләтеп урман үҫер

Дүртөйлө урмансылары “Башҡортостан урмансылары – һуғыш батырҙары иҫтәлегенә” проекты сиктәрендә Советтар Союзы Геройы Василий Николаевич Горшков хөрмәтенә Дүртөйлө участка урмансылығында ике гектар майҙанда һигеҙ мең төп шыршы үҫентеһен ултыртты.

Был акцияла Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов етәкселегендә хаки­миәт вәкилдәре, Горшков исемендәге колхоз эшселәре, урман участкалары ҡур­тымсылары, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ике ветеран ҡатнашты.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап иғлан иткән “Башҡорт­остан урмансылары – һуғыш батырҙары иҫтәлегенә” төбәк проекты “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Читайте нас