Экология
30 Май 2020, 10:45

Полигондарҙа тәртип булһын

Нияз Фазыловтың әйтеүенсә, яҡын арала республиканың дәүләт реестрына индерелгән 34 ҡаты ҡалдыҡтар полигонына мониторинг үткәреләсәк, янғын хәүефһеҙлегенә иғтибар биреләсәк.

Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Нияз Фазылов Бөрө һәм Туймазылағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигондары эше менән танышты. Айырыуса һаҡланған объекттарҙы файҙаланыу, ҡалдыҡтарҙың янып китеүен булдырмау, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтелде.
Нияз Фазыловтың әйтеүенсә, яҡын арала республиканың дәүләт реестрына индерелгән 34 ҡаты ҡалдыҡтар полигонына мониторинг үткәреләсәк, янғын хәүефһеҙлегенә иғтибар биреләсәк.
"Күреүебеҙсә, полигондарҙа ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда, муниципалитеттар йыш ҡына ул хаҡта белмәй ҡала, ә полигондарҙы файҙаланған операторҙар һәр ваҡытта ла тейешле сара күрмәй. Беҙҙең бурыс - бындай хәлдәрҙә эш тәртибен көйләү һәм ашығыс хеҙмәттәр менән берҙәм эшләү", - тип белдерҙе министр урынбаҫары.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ республика Хөкүмәте ултырыштарының береһендә Нефтекама һәм Учалы районы полигондарындағы янғын сығыу факттары тикшерелде.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Читайте нас