Рус география йәмғиәтенең попечителдәр советы 2020 йылдың грант конкурсына йомғаҡ яһаны. Бөтәһе 112 грант бүленһә, уларҙың 48-е - йәмғиәттең төбәк бүлексәләренә, 37-һе - тәҡдимдәр проектына, 27-еһе - медиагранттар.
Айырып әйткәндә, “Экогеография мәғарифы” номинацияһында быйыл көҙ буласаҡ “Торатау” төбәк-ара фестивале еңде. Ул Рус география йәмғиәтенең 175 йыллығына бағышланасаҡ. Сараның маҡсаты – Урал-Волга буйындағы төбәк бүлексәләре менән тәжрибә уртаҡлашыу, иң яҡшы эштәрҙе, проекттарҙы билдәләп бүләкләү. Фестивалде Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойоштора. Унда Рус география йәмғиәтенең Урал-Волга буйы бүлексәләре вәкилдәре, республика район-ҡалаларынан урындағы бүлексә ағзалары, ғалимдар йәмәғәтселеге, тәбиғәтте һаҡлау ойошмалары, юғары уҡыу йорттарының уҡытыусылары һәм студенттары, туроператорҙар, ойошманың әүҙемселәре, ирекмәндәр ҡатнаша.
Сарала “Рус география йәмғиәте. Урал-Волга буйы төбәктәре” фекер алышыу майҙансығы, “Бөтәһе лә Урал тураһында” лекциялары, йәмғиәттең виделекторийы, ғилми-ғәмәли конференция, семинарҙар ойоштороласаҡ.
Икенсе проект республиканың "Янғантау" ЮНЕСКО геопаркы һәм “Торатау” геопаркы өсөн уҡыу-ғилми базаһын булдырыу менән бәйле. Уны “Рәсәйҙең тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, шул иҫәптән ЮНЕСКО программаһы сиктәрендә” номинацияһында “Янғантау геопаркы” фән, мәғариф, экология, мәҙәниәт һәм туризм үҙәге алды.
Глобаль геопарктар критерийҙарына һәм тотороҡло үҫеш маҡсатына тура килһен өсөн, Башҡортостан геопарктарына уҡыу-ғилми базаһын булдырыу мөһим. Быны ғәмәлгә ашырыу өсөн белем биреү программаларын киңәйтәсәктәр, техник яҡтан тәьмин итәсәктәр. Маҡсатлы аудитория – уҡыусылар, уҡытыусылар, геогидтар.
– Был конкурста әллә ни еңгәнебеҙ булманы. Шуға ла бер юлы ике проектыбыҙҙың грант алыуы – бик етди ҡаҙаныш. Икәүһе лә мөһим сараларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Беренсеһе – геопарктарҙы өйрәнеү, ғилми базаны төҙөү. Был республика өсөн мөһим, сөнки Рәсәйҙәге тәүге “Янғантау” ЮНЕСКО геопаркы беҙҙә бар, хәҙер “Торатау” геопаркы менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Икенсе проект республиканың, Бөтә Урал-Волга буйы төбәгенең тәбиғәтен, географияһын башҡаларға танытыу менән нығыраҡ бәйле. Беҙ беренселәрҙән булып ошондай фестиваль уҙғарабыҙ. Ул 19-20 мартта үтергә тейеш ине, коронавирусҡа бәйле, сентябрь-октябрь айҙарына күсерҙек. Проекттың Рәсәй география ойошмаһы тарафынан яҡлау табыуы уның мөһимлеге хаҡында һөйләй, – ти Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Салауат Сәғитов.