Республикаға Арктика һалҡыны яҡынлаша, ошоға бәйле Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡырау тураһында иҫкәртә.
Төбәгебеҙҙә һалҡын көндәр башланып тора. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, бөгөн төндә республикала һауа температураһы +5... +10 градусҡаса түбәнәйә. Ә төньяҡ, көнсығыш һәм таулы райондарҙа -2 градусҡаса һыуытасаҡ, ҡырау төшәсәк. Шулай уҡ яуым-төшөм, елдең тиҙлеге секундына 13 метрға етеүе күҙаллана.
Әлеге һауа торошо аҙна буйына дауам итәсәк, көндөҙгө һауа температураһы +17 градустан артмаясаҡ. Үҙәк райондарҙа көндөҙ +15 градус тирәһе булып, аҙна буйы ямғырлы, йонсоу көндәр торасаҡ. Күптән ямғыр көткән Урал аръяғы төбәгенә лә синоптиктар шаршамбынан яуым-төшөм вәғәҙә итә.
Фото: gkchs.bashkortostan.ru