Экология
30 Июня 2020, 09:28

Был ағастар ҙа үҫеп китер!

Пандемия “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡамасауламаны.

Һуңғы ваҡытта республикала коронавирус пандемияһына бәйле матур бер һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килде: вирустар килә лә китә, ә тормош дауам итә. Кешеләр оҙаҡ ҡына ваҡыт үҙеңде изоляциялау режимында ултырырға мәжбүр булһа ла, көндәлек эштәрҙе бер кем дә онотманы. Был республикала даими үткәрелеп килгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ла ҡағылды. Ысынлап та, вирус китер, ә ағастар ваҡытында ултыртылмай ҡалһа, урман үҫмәйәсәге көн кеүек асыҡ.


Әйткәндәй, былтыр апрелдә үткәрелгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы бик күңелле булғайны. Унда 160 мең самаһы кеше ҡатнашты, 164 тематик аллея эшләнде, 109 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Октябрь айында иһә 69 мең ағас ултыртылып, өмәгә 138 мең кеше сыҡты. Бергәләшеп, гөрләшеп ағас ултыртҡан ул мәлдәрҙе быйыл һағынып иҫләргә генә ҡалды.
Эйе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл тап ағас ултырта торған мәл пандемияның ҡыҙған сағы һәм үҙеңде изоляциялау режимы осорона тура килде. Бындай ваҡытта, кешеләрҙе хәүефкә тарытып, акцияла ҡатнашырға саҡырыу дөрөҫ түгел ине. Шуға күрә өмәләр башлыса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсө менән уҙҙы.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһының беренсе этабында ун ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 550 берәмек техника йәлеп ителде. Кешеләр һаны, ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, былтырғыға ҡарағанда әҙерәк булды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителде. Ағастарҙы коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, ирек­мәндәр, депутаттар, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре ултыртты.
Шулай быйылғы акция сиктәрендә республиканың 77 муниципалитетында 58 мең үҫенте ултыртылды. Уның өстән бер өлөшөн ҙур ағастар тәшкил итә. Улар – оҙонлоғо өс метрҙан ашмаған йәш ағастар. Өҫтөнлөк башлыса ылыҫлы үҫентеләргә бирелде. Республика буйынса 40 мең самаһы шыршы һәм ҡарағай тамыр йәйҙе. Шулай уҡ 9,4 мең ҡайын һәм биш мең йүкә беҙҙең ҡала һәм ауылдарҙы биҙәйәсәк. Тағы каштан, пирамидалы тирәк, миләш, гөлйемеш һәм башҡалар гөрләп үҫәсәк. Эштәр 29 паркта, 22 скверҙа, 11 баҡса һәм 13 мемориаль комплекста, иҫтәлекле урындарҙа алып барылды.
Быйылғы акцияның үҙенсәлеге шунда булды: уға үҙ теләге менән шәхси эшҡы­уарҙар ҙа ҡушылды. Улар үҫентеләр һатып алыуҙа ярҙам итте. Тағы бер яңылыҡ – Нефтекама ҡалаһында ултыртҡан ағастарға чип ҡуйғандар. Улар ағастың йәшен, сәләмәтлек торошон, санитар саралар үткәреү барышын, шулай уҡ кем тарафынан һәм ҡасан ултыртылғанын күрһәтеп тора.
Быйылғы акция барышында 41 тематик аллея булдырылды. Мәҫәлән, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Геройҙар”, “Ветерандар”, “Дан”, “Азатлыҡ”, “Шәфҡәтлелек”, “Ватансылыҡ” аллеялары барлыҡҡа килде. Шулай уҡ яңы башланғыстар ҙа тормошҡа ашырыла. Өфөлә “Аксаков”, “Чемпиондар”, “Сиренле” аллеялары, Нефтекамала – “Муйыллы” һәм “Алмалы”, Стәрлетамаҡта – “Мәктәп”, Баҡалы районында – “Дуҫлыҡ” һәм “Ғаилә”, Ғафури районында – “Парад”, Дәүләкәндә – “Саңғысылар”, Нуриманда – “Өмөт”, Туймазы районында – “Бөйөк һөйөү, мәңгелек һәм тормош хаҡына”, Яңауылда “Сәләмәтлек” һәм “Автомобилселәр” аллеяларына нигеҙ һалынды.
Һүҙ ҙә юҡ, ағас ултыртыу – һәр кемдең изге бурысы. Тап ошо акцияла республика халҡы яратып, бик ҙур теләк менән ҡатнаша ине. Үрҙә әйтелгәнсә, быйыл ундай мөмкинлек булманы. Тик халыҡ барыбер икенсерәк форматта булһа ла акцияла ҡатнашты. Республика кешеләренә үҙ йорттары ихаталарында ағас ултыртырға тәҡдим ителде.
“Йәшел Башҡортостан”ды кешеләр дәррәү күтәреп алды: өйҙәре тирәһендә ағас ултыртып, уны фотоға төшөрөп, #ЗеленаяБашкирия Дома хэштегы аҫтында социаль селтәрҙәргә һалды.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районында “Йор­тоң эргәһенә ағас ултырт” акцияһы ойошторолдо. Ауылдар халҡы уға дәррәү ҡушылды. 131 йорт хужалығы 500-ҙән ашыу ағас үҫентеһе ултыртты.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһының икенсе этабы октябрь айына планлаш­тырылған. Алла бойорһа, ул ваҡытҡа илдә һәм республикала эпидемиологик хәл яҡшырыр, ҡурҡыныс сирҙе еңербеҙ һәм көҙгө сараға күмәкләшеп бергә сығырбыҙ, тип өмөтләнәйек. Ағас ултыртыу изге бурыс икәнлеген онотмайыҡ!
Читайте нас