Ошо көндәрҙә Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты Нөгөш ауыл Советы хакимиәте һәм Сергеевка ауылы халҡы менән берлектә Нөгөш һыу һаҡлағысының һул яҡ ярын сүп-сарҙан таҙартты. Сара “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы нигеҙендә үтте. Акцияла ҡатнашыусылар яр буйын тәртипкә килтерҙе, 22 ҡапсыҡ сүп-сар йыйҙы.
Мәләүез территориаль комитеты рәйесе Анастасия Атландерова әйтеүенсә, һыу һаҡлағыстың һул ярында кеше күпләп ял итә. Һөҙөмтәлә уларҙан һуң байтаҡ сүп-сар ҡала. Әлеге экологик акцияның маҡсаты ярҙы тәртипкә килтереү генә түгел, шулай уҡ экологик мәҙәниәт тәрбиәләү, экология, һыу ятҡылыҡтарына һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу мәсьәләләренә халыҡтың иғтибарын йәлеп итеү.
Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре акцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте, Нөгөш һыу һаҡлағысына ял итергә килгән урындағы халыҡ та, ҡунаҡтар ҙа тәбиғәткә мөнәсәбәтен үҙгәртер, тирә-яҡты бысратмаҫ, сүпләмәҫ, тигән өмөт белдерҙе.
Мәғлүм булыуынса, “Рәсәй һыуы” бөтә Рәсәй акцияһы илдең Тәбиғәт ресусртары һәм экология министрлығы тарафынан Федераль һыу ресурстары агентлығы менән берлектә 2014 йылдан уҙғарыла. Ул бөтә Рәсәй буйынса биш миллиондан ашыу кешене берләштерә. 2019 йылдан акция Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектына ярашлы ойошторола.
Фото: ecology.bashkortostan.ru