Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан Ҡуштау тауына республика әһәмиәтендәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе исемен биреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документта айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм айырым һаҡлау режимы раҫланған.
Ҡарарға 2 сентябрҙә ҡул ҡуйылды. Тап шул көндә Рәсәй Тәбиғәт министрлығынан ошондай биләмәне булдырыуға ризалыҡ алынған.
Был мөһим ваҡиғанан һуң Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә ҡарарҙы баҫтырҙы һәм: “Ҡуштау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды. Был ҡарар – тәү сиратта, үҙ ҡарашын белдергән меңәрләгән халыҡтың фекерен таныу һәм хөрмәт итеү”, – тип яҙҙы.
Биология фәндәре докторы, геоботаник, Башҡортостан Фәндәр академияһы профессоры, республика Башлығы ҡарамағындағы экологик именлек һәм тәбиғи мираҫты һаҡлап ҡалыу мәсьәләләре буйынса эш төркөмө етәксеһе Василий Мартыненко был турала:
– Өс шихандың береһе юҡҡа сығыуы бик ҡыҙғаныс булыр ине. Ҡуштауҙың хәҙер тәбиғәт ҡомартҡыһына әүерелеп, киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалыныуына сикһеҙ шатмын. Беренсенән, был шихандар геологик йәһәттән уникаль. Улар 300 миллион самаһы йыл элек, Башҡортостан биләмәһендә диңгеҙ булған осорҙа барлыҡҡа килгән. Икенсенән, шихандар биологик мираҫты тәшкил итә. Улар, шул иҫәптән Ҡуштау ҙа – биологик күп төрлөлөк усағы. Бер тауҙа ғына 400-гә яҡын үҫемлек бар – төбәктәге флораның сирек өлөшө! Ҡуштауҙа Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән 12 төрлө үҫемлек үҫә, шуларҙың етәүһе – Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабында. Бында шулай уҡ 600-гә яҡын кейек төрө теркәлгән, айырыуса бөжәктәр һәм ҡоштар донъяһы бай. Шуларҙың 23-ө – Башҡортостандың, 10-ы Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән. Рәсәй биологик күп төрлөлөк тураһындағы конвенцияны ратификацияланы һәм Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының “ҡыҙыл исемлеге”ндәге төрҙәрҙе һаҡларға бурыслы. Ундайҙар Ҡуштауҙа – 16 (ике үҫемлек һәм 14 кейек төрө). Ҡуштауҙың өсөнсө ҡиммәте – археологик һәм этномәҙәни үҙенсәлектәр.
Ҡуштауҙы Бөтә донъя ЮНЕСКО геопарктары селтәренә инеүгә дәғүә иткән Торатау геопаркы составына индереү бик тә дөрөҫ булыр ине, тигән фекерҙәмен, – тине.
Башҡортостанда халыҡ менән эшләүҙең яңы мәҙәниәте барлыҡҡа килә, бында кешеләрҙең фекере иҫәпкә алына тигән фекерҙе белдерҙе республиканың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, БДУ-ның Иҡтисад, финанстар һәм бизнес институтындағы макроиҡтисад үҫеше һәм дәүләт идараһы кафедраһы мөдире Азат Йәнгиров. Белгес фекеренсә, Ҡуштауға ошондай статус биреү Башҡортостандың инвестиция климатына йоғонто яһамаясаҡ. “Донъяла ҙур ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙе урындағы халыҡ менән килешеп башҡарыу механизмдары бар. Мәҫәлән, Канадала һәм Австралияла”, – тине ул.
Ҡуштауға республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреү шихандарҙы һаҡлау өсөн алып барылған көрәш дәүерен тамамларға тейеш. Бындай фекерҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы”ның төбәк лидеры Руфина Шаһапова әйтте. “Тауҙы яҡлаған экологик әүҙемселәр өсөн был – ысын еңеү. Хәҙер Ҡуштау – тик тәбиғәт һәм мәҙәниәт һәйкәле, сеймал базаһы түгел, ә ғорурлыҡ объекты. Ҡабул ителгән ҡарар республикала туризмды үҫтереү өсөн дә ыңғай һөҙөмтә бирер тип уйлайым. Яҡын арала яңы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең инфраструктураһын үҫтереү өсөн дә көс һалыныр тип ышанам”, – тине ул.