Көҙ мөғжизәләре менән таң ҡалдыра. “Салауат ерендә” гәзите хеҙмәткәрҙәре быйылғы мул уңышты һүрәтләгән конкурс ойоштороп, ғәҙәти булмаған көҙ бүләктәре төшөрөлгән фотолар менән уртаҡлашҡан.
Салауат районы хужабикәләре быйыл да йәй буйы йәшелсә баҡсаларын тәрбиәләп, ҡышҡа етерлек уңыш йыйып алды. Үтә егәрлеләр урман-ялан ҡыҙырып, еләген дә, бәшмәген дә йыйҙы. Кешене йәшәткән тәбиғәт барыһын да беҙгә бирә, тик уға ҡарата рәхимле була белһәң.
Дүрт йәш ярымлыҡ Ярослав Юдин бына ниндәй ҙур бәшмәк табып, атаһы Андрейҙы һәм олатаһын һөйөндөргән! Малай бәләкәй булһа ла, уларға эйәреп урманға йөрөгән. Ул хәҙер бәшмәк төрҙәрен айырырға өйрәнә.
Фото: “Салауат ерендә” гәзите.