Көҙҙөң ҡояшлы һәм йылы көндәрендә саф һауаға сыҡҡы килеп кенә тора. Ошо мәлде файҙаланып, республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында өмәләр үтте.
Өмәләргә тәбиғәт парктары биләмәләре лә ҡушылды. Берҙәм эш һөҙөмтәһендә Ҡандракүл, Асылыкүл, Бөрө районындағы Шәмсетдин күле һәм Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан Зәңгәркүл буйҙары таҙартылды. Өмәселәр йәмғеһе 20 кубометр сүп-сар йыйған.
Шәмсетдин күле буйында үткән өмәлә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Яков Кугубаев та ҡатнашҡан.
– Күлдең һыуы һуңғы йылдарҙа бермә-бер кәмене. Уны ҡотҡарырға кәрәк. Элек һыу күләме 2,5 метрға юғарыраҡ ине. Яр буйҙарын район менән бергәләп таҙартабыҙ, әммә көс етеңкерәмәй, сөнки Өфө эргәһендә урынлашҡан күлгә ял итергә килеүселәр күп. Тәбиғәткә битараф булмаған кешеләр беҙгә ҡушылһа, шат булыр инек. “Алып килгәнһең икән, сүп-сарыңды алып кит!” тигән девиз менән йәшәйек.
Әйткәндәй, бөгөн күл буйынан 7 кубометр сүп-сар йыйҙыҡ. Бөрө районы хакимиәте башлығының урынбаҫары Яна Чернышенко билдәләүенсә, күлде һаҡлау, уның хәлен яҡшыртыу өсөн күп көс һалына.
– Күлдә йәйгеһен һыу инер өсөн пляж эшләнде. Бының өсөн водолаздар йәлеп ителде. Улар күл төбөнән бөтөн сүпте сығарҙы, – ти ул.
Борай районында ла күләмле экологик өмәләр үткән. Уларҙың иң мөһиме – “Таҙа Танып” акцияһы. Ул инде матур йолаға әүерелгән һәм былтырҙан башлап йылға буйҙарын таҙартыу эстафетаһы Пермь крайына тапшырыла. Үҙенсәлекле акцияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Бөрө территориаль комитетының әйҙәүсе белгес-эксперты, Башҡортостандың атҡаҙанған экологы Рифат Сафин.
– Акция сентябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ул Танып йылғаһы аҡҡан бөтә биләмәләрҙе – Тәтешле, Асҡын, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Дүртөйлө, Краснокама һәм Пермь өлкәһенең Чернушки районын үҙ эсенә ала. Быйыл пандемия арҡаһында ауыл советтарынан 30 – 40 кеше генә ҡатнаша. Башҡа йылдарҙа иһә халыҡ күпләп йыйыла ине. Танып менән бер рәттән уға ҡойған бәләкәй йылғалар – Йоҡ, Ар, Ҡыйғаҙы, Ҡарыш йылғалары ла таҙартыла. Йыл һайын яҡынса 150 кубометр ҡый сығарабыҙ.
Танып – республиканың төньяҡ зонаһындағы 345 саҡрым оҙонлоҡтағы йылға. Уға 19 йылға ҡушыла һәм ул Ағиҙелгә ҡоя. Шуға күрә был һыу артерияһы бик мөһим. Быйыл беҙҙең акцияға 13 район ҡушылды! – ти ғорурлыҡ менән Рифат Хәтип улы.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә иһә иң әүҙем эко-хәрәкәттәрҙең береһе “Таҙа Өфө” үҙенең “Төҫлө шәмбе”ләре менән ҡаланың ете районында эш башланы. Проекттың етәксеһе Елена Воробьева парктарҙы, урмандарҙы сүп-сарҙан таҙартыуға күп көс һала.
– Беҙҙең “Төҫлө өмәләр” Октябрь районында һәм Дим биҫтәһендә үтте. Октябрь районында үткән сарала 50 кеше ҡатнашты, йәмғеһе 3,2 гектар ер сүп-сарҙан таҙартылды. Дим биҫтәһендәге өмәлә йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. 2,7 гектар ер ҡыйҙан таҙартылды һәм ике “КамАЗ” сүп-сар йыйылды. Артабан өмәләр баш ҡаланың тағы биш районында үтәсәк. Беҙ йәшәгән еренә битараф булмаған өфөләрҙе өмәгә саҡырабыҙ. Бирсәткәләр, тоҡтар бушлай таратыла, – ти Елена.
Эйе, йәшәгән төйәгебеҙгә, уның хозур тәбиғәтенә һаҡсыл мөнәсәбәттә булайыҡ, изге маҡсат менән ойошторолған өмәләрҙә әүҙем ҡатнашайыҡ. Әммә иң тәү сиратта “Таҙалаған ерҙә түгел, ә ҡыйламаған ерҙә таҙа була”, тигән хәҡиҡәтте иҫтән сығармаһаҡ ине...