Экология
8 Сентябрь 2020, 08:30

Йылы көндәр хушлаша...

Республиканың гидрометүҙәге алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөләсәге хаҡында хәбәр итте.

Башҡортостанда йылы көндәрҙе ямғырлы, һалҡынса һауа торошо алмаштырасаҡ.
Республиканың гидрометүҙәге хәбәр итеүенсә, төбәгебеҙгә аяҙ, ҡояшлы көндәр бүләк иткән скандинав антициклоны аҙна уртаһына тиклем торасаҡ. 8–9 сентябрҙә, көндөҙ +20...+25 градусҡаса йылыта, төндә +4...+10 градус. Таулы һәм төньяҡ райондарҙа ҡырау төшөү ихтималлығы һаҡлана, төндә 0...+1 градус.
10 сентябрь – кесаҙнанан болотло, һалҡынса көндәр көтөлә, ел көсәйә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар башлана. Көндөҙгө һауа температураһы +15...+17 градустан артмаясаҡ.
Фото: rasfokus.ru
Читайте нас