Экология
11 Сентябрь 2020, 10:03

“Алып килгән сүбеңде алып ҡайт!”

Экоғәҙәттәр йәшәү рәүешенә әүерелергә тейеш.

Сентябрҙә илебеҙҙә “Йәшел Рәсәй” экологик өмәһен үткәреү күҙаллана. Унда илебеҙҙең 85 төбәге ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған акцияла фронтта һәләк булғандар иҫтәлегенә ағас ултыртыу планлаштырыла. Башҡортостанда акция 19 сентябргә тәғәйенләнгән.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек начальнигы Ринат Фәтҡуллин әйтеүенсә, был көн осраҡлы һайланмаған, тап 19 сентябрҙә “Бөтә донъя таҙалыҡ көнө” (#СДЕЛАЕМ2020) уҙғарыла.
Мәғлүм булыуынса, был социаль программа сүп-сарға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелә. Тәбиғәт биләмәләрен, урмандарҙы, һыу ятҡылыҡтарын таҙартыуға ҙур иғтибар бирелә. Муниципаль берәмектәрҙең хакимиәт башлыҡтарына акцияға әҙерлек сараларын башларға, ағас ултыртыу биләмәләрен билдәләргә, үҫентеләр, эш ҡоралдары, махсус техника әҙерләргә тәҡдим ителде. Был акция Башҡортостанда өсөнсө йыл үткәрелә.
Ринат Зөфәр улы – уны ойоштороуға күп көс һалған кеше. Ғөмүмән, уның экологияға ҡарашы, экологик тормош рәүеше тураһында һөйләшәйек.
– Ринат Зөфәр улы, Башҡорт­остан был акцияға 2018 йылда ҡушылды һәм беренсе йылда уҡ Рәсәйҙә ҡатнашыусылар һа­ны буйынса тәүге урынға сыҡты. Бының сәбәбе нимәлә?

– Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министр­лығы ҡарамағында “Йәшел Баш­ҡортостан” проекты булдырҙыҡ. Уға ярашлы төрлө экологик акциялар ойошторола, иң мөһиме – экология менән шөғөлләнгән ирек­мәндәрҙе, йәмәғәт әүҙемселәрен бер көс итеп туплауға өлгәштек. Республика буйынса улар бихисап, һәм ошондай күләмле акцияларҙы бергәләп үткәрәбеҙ. Мәҫәлән, Максим Некрасов ағас ултыртыу буйынса байтаҡ акциялар ойошторҙо. Хәҙер ул “Йәшел Башҡортостан” хәрәкәтен етәкләй. Елена Воробьева “Төҫлө шәмбе” тип аталған өмәләр үткәрә. Вероника Трегубова эко-дәрестәр менән сығыш яһай. Карина Шурмилева автомобилдән баш тартыу көнөндә велосипед менән эшкә йөрөүселәргә ҡыҙыҡлы акциялар ойоштора. Ғөмүмән, бындай кешеләр һәр районда, һәр ауылда бар.
Әйткәндәй, республикала һәр экологик сара бик әүҙем үтә. Быйыл ғына пандемия арҡаһында уларҙы бер аҙ кисектереп килдек. Йыл һайын “Рәсәй һыуы” акцияһы ойошторола. Октябрҙә “Экологик белем” аҙналығы үткәрелә, унда респуб­ликаның һәр уҡыу йорто әүҙем ҡат­наша. Был эштәрҙең барыһы ла “Йәшел Башҡортостан” эгидаһы аҫтында үткәрелә. Хәрәкәттең төп маҡсаты – экологик хәлде яҡшыр­тыу, таҙалыҡ өсөн көрәшеү, тирә-яҡ мөхитте йәшәү өсөн уңайлы итеү.


– “Алып килгән сүбеңде алып ҡайт!” тигән девиз менән быйыл байтаҡ экологик акциялар үткәрҙегеҙ...

– Был сара экологик йүнәлештә үк булды тип әйтә алмайым. Ул тәү сиратта тәбиғәт ҡосағына ял итергә барған туристарға йүнәл­телгәйне. Быйыл тәбиғәт парктарында һәм тәбиғәт һәйкәлдәрендә пандемия арҡаһында туристар һаны ике, хатта өс тапҡырға күберәк булды. Бының ыңғай яғы ла бар. Кире яғы иһә ярылып ята – тәбиғәттә ҡалдырылған сүп-сар өйөмдәре бермә-бер артты. Тәби­ғәт парктары хеҙмәткәрҙәре был сама ҡыйҙы үҙ көсө менән генә йыйып өлгөрмәй ине. Шуға ошо акцияны ойоштороп ебәрҙек. Улар кеше күп йөрөгән тәбиғәт биләмә­ләрендә үтте: Ирәмәл тауы, Айғыр ҡаяһы, Асылыкүл, “Еҙем” тәбиғәт паркы, мәмерйәләр, шарлауыҡтар, тауҙарҙан һәм башҡа урындарҙан сүп йыйҙыҡ. Мәҫәлән, Айғыр ҡаяһынан бер нисә сәғәттә бер йөк машинаһы ҡый йыйылды. Уны бит әле ҡаянан төшөрөүе ауыр! Шулай ҙа был эште атҡарҙыҡ.


– Бөгөн беҙҙең тормошҡа эко-ғәҙәт, экологик аҙыҡ-түлек кеүек яңы төшөнсәләр ныҡлап инә башланы. Һеҙ иһә – республикала был йүнәлеште әүҙем пропаган­далаған кешеләрҙең береһе. Уларҙың асылы нимәлә?

– Минеңсә, экологик тормош алып барыу – дөрөҫ йәшәү ул. Бөгөн беҙ глобалләштереү, транс­порттың күплеге, техноген көсөргә­нештең шаһитыбыҙ. Был күренеш­тәрҙең барыһы ла кеше эшмәкәр­ле­генә бәйле. Экологияны яҡшыр­тыу көнүҙәк булған заманда дөрөҫ йәшәүгә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Был юҫыҡта һәр кем уйланырға те­йеш. Һәр хәлдә, ете миллиард хал­ҡы булған донъяла экологияны яҡшыртыуға бәләкәй генә өлөш ин­дереү барыбыҙҙың да ҡулынан килә.
Минең быуын – 90-сы йылдарҙа тыуған йәштәр. Беҙ буталсыҡ заманда үҫтек. “Дөйөм файҙаланыуҙа булған әйбер – һинеке түгел” тигән насар ҡараш йәшәй ине. Шуға ла беҙҙең быуында һаҡсыл ҡараш тигән төшөнсә насар тәрбиәләнгән. Айырыуса экологик тәрбиә. Дөрө­ҫөн генә әйткәндә, күптәр “экология – ул айырым ведомствоның баш бәләһе” тип уйларға күнеккән. Урман ситендә сүп-сар өйөмө бар­лыҡҡа килде икән – өҫтәп китәләр. Был кешелә экоғәҙәттәрҙең булмауы, һаҡсыл ҡараш тәрбиә­ләнмәүе тураһында һөйләй.


– Үҙегеҙҙең ғаилә миҫалында экоғәҙәттәр тураһында һөйләгеҙ әле.

– Ғаиләмдә күптән инде экологик йәшәү рәүешенә ҙур иғтибар бү­ленә. Өйҙә бөтә лампаларҙы ла диодлы яҡтылыҡ биргәненә алмаш­тырҙыҡ. Ул ни бары 10 ватт энергия “ашаһа” ла, 100 ватлыҡ лампа ке­үек яҡтырта. Файҙаланмаған саҡта, бөтөн электр ҡорамалдарын һүн­дереп ҡуябыҙ. Составында тере­гө­мөш булған лампаларҙы бөтөн­ләй һатып алмайбыҙ, сөнки улар батарейкалар кеүек үк хәүеф­ле. Пластик шешәләрҙә һыу алмай­быҙ, бының өсөн махсус шешәбеҙ бар. Уңайлы булһа ла, бер ҡат ҡулланыла торған һауыт-һабаны бер ваҡытта ла тотонмайбыҙ. Башҡортостан буйынса сәйәхәт итергә, тауҙарға йөрөргә яратабыҙ. Әммә автомобиль беҙҙең ғаиләлә тик алыҫ араларға ғына йөрөү өсөн ҡулланыла. Эшкә йәйәү йөрөйбөҙ. Бының өсөн фатирҙы ла яҡындан алдыҡ. Кер йыуыу машинаһын да һирәк ҡулланабыҙ. Кер йыуыу өсөн махсус зарарһыҙ порошок ҡулланабыҙ.
– Таҙартыу һәм йыуыныу әйбер­ҙәре хаҡында ентек­ләбе­рәк һөйләгеҙ әле. Бөгөн “эко” маркировкаһы менән сыҡҡан тауарҙар бихисап. Улар ысынлап зарарһыҙыраҡмы?

– Беҙ көн дә ҡулланырға ғәҙәт­ләнгән йыуыныу, таҙартыу шыйыҡ­салары зыянлы икәне сер түгел. Әйберҙең составына иғтибар итер­гә кәрәк. Фосфаттар һәм сульфаттар ни тиклем әҙерәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Уларҙы түккәс, был матдәләр кире эсәр һыуға эләк­мәҫ тип кем гарантия бирә ала? Ауылда йәшәгәндәргә иһә был йәһәттән айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки порошоклы һыуҙы ергә түккәс, ул барыбер ер аҫтына эләгә!


– Бындай ҡағиҙәләр менән йәшәүе ҡыйын түгелме?

– Юҡ, бер ҡыйынлығын да күр­мә­йем. Тирә-яҡ мөхитте һаҡларға теләүеңдең ғәҙәткә әйләнеүе на­сармы ни? Был экоғәҙәт түгел, ни бары дөрөҫ йәшәү рәүеше. Кеше экологик яҡтан зыян килтергән өлкә­ләрҙән, әйберҙәрҙән баш тар­тырға тейеш. Бынан тыш, бала­ла­рыбыҙға экоғәҙәттәрҙе үҙ миҫалы­быҙҙа күрһәтергә тейешбеҙ. Тәби­ғәт­кә сыҡһаҡ, мотлаҡ сүп-сар өсөн ҡаптар менән барабыҙ. Ял итер өсөн һайлаған урынды йыйыштырабыҙ.


– Күптән инде ғаиләгеҙҙә сүп-сарҙы айырым йыяһығыҙ. Ошо хаҡта ла кәлимә һүҙ...

– Эйе, шулай. Ҡағыҙ, пластик, батарейкалар, лампалар – былар­ҙы айырым йыябыҙ. Беҙҙең йорт алдында пластик шешәләрҙе йыйыу өсөн махсус контейнер бар. Сүп ташлағанда дөйөм ҡаптарға батарейкалар һәм терегөмөшлө лампаларҙы ырғытмағыҙ. Уларҙың тәбиғәткә килтергән зыяны шаҡтай.


– Оҙаҡ йылдар Башҡортос­тандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында эшләйһегеҙ. Төбәктәге экологик хәлгә ҡағылышлы фекерегеҙҙе лә ишетке килә.

– Башҡортостан – иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк. Бында сәнәғәт предприятиелары бихисап, шуға күрә республикала экологик хәл һәр ваҡыт көсөргәнешле булды һәм буласаҡ. Шулай ҙа уның тотороҡло булыуын билдәләгем килә. Республикабыҙҙың Тәбиғәт­тән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойошмалар һәм кеше эшмәкәрлегенең барлыҡ өлкәһендә лә һаҡта тора. Беҙ бер мөрәжәғәтте лә ситтә ҡалдырмайбыҙ.
Бөгөн ресурстарҙы һаҡсыл ҡул­ланыу – бөтә Ер шары өсөн көнүҙәк мәсьәлә. Крандан һыу аҡһын өсөн электр энергияһы кәрәк. Электр уты өсөн гидротехник ҡоролмалар төҙөү мөһим. Экология менән иҡтисад гел йәнәш йөрөй. Һыуҙы ла, энергияны ла һаҡсыл ҡулла­нырға кәрәк. Мәҫәлән, крандан һыу тамып тора икән, ул тамсы бер йылда кубометр һыуға әүерелә. Шуға эшкә китер алдынан электр приборҙарын да һүндереп китеү ғәҙәткә әйләнергә тейеш.

Читайте нас