Экология
13 Сентябрь 2020, 05:30

Төп терәге - ышаныслы тәбиғәт һаҡсылары

Быйыл Бөрйән районындағы Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығына 90 йыл тулды.

Быйыл Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығына - 90 йыл. Уҙған шәмбе хеҙмәткәрҙәре был датаны билдәләп үтте.
"Дуҫтар, бөгөн беҙ ҡурсалыҡтың 90 йыллығын үткәрҙек. Ысынында тантаналы көн – Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығының тәбиғәт һағында торған бөтөн командаһы йыйылды", – тип социаль селтәрҙә ҡыуанысы менән уртаҡлашты улар.
Ҡурсалыҡтың яңы директоры Айнур Бейембәтов тантаналы сарала бар коллективты тәбрикләп, татыу, берҙәм эшләргә саҡырҙы, һәр яҡлап уңыштар теләне. Ҡурсаулыҡта оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткәндәргә Бөрйән районы хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Унан “Ҡурсаулыҡ эшенең династияһы аллеяһы” яңыртылды һәм 90 йыллыҡҡа бағышлап яңы аллеяға нигеҙ һалынды.
Тарихҡа килгәндә, Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы 1929 йылдың 3 сентябрендә ҡурсаулыҡ ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм ул 1930 йылдың 11 июнендә эшләй башлай. 1951 йылда бөтөрөлә һәм биләмәләрендә урман хужалығы ойошторола. Ағастарҙы контролһеҙ ҡырҡыу башланғас, 1958 йылдың ноябренән ҡурсаулыҡ тергеҙелә. 1986 йылға тиклем бөгөнгө Шүлгәнташ ҡурсаулығын да үҙ эсенә ала һәм уның исеме менән йөрөтөлә.
Ҡурсаулыҡ Көньяҡ Уралдың үҙәгендә, Бөрйән районының матур урынында 75 мең гектар майҙанды биләй. Ойошторолоуының тәүге көндәренән үк бындағы тәбиғәт байлығын һаҡлауға һәм ишәйтеүгә ҙур иғтибар бирелә, барлыҡ төр һунарсылыҡ тыйыла.
Бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе РСФСР Хөкүмәте ҡарары менән әһәмиәтле һәм мөһим тәбиғәт ҡомартҡылары комплекстары исемлегенә индерелә. 1959 йылда бында юғары палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеләренең ҡаяға төшөргән уникаль һүрәттәре табыла.
Ҡурсаулыҡ ике ҙур өлөштән тора: Үҙән һәм Ағиҙел буйы биләмәләре. Бында 800-ҙән ашыу үҫемлек төрҙәрен осратырға мөмкин, уларҙың күбеһе "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән. Урмандары осһоҙ-ҡырыйһыҙ, саф һыулы йылғалары балыҡҡа бай, бында һирәк осрай торған бағыр, бәрҙе һәм ҡыҙылбалыҡ та һаҡланған.
100-ҙән ашыу төрлө баллы сәскә атҡан туғайҙары умартасылыҡ, ә урмандары солоҡсолоҡ өсөн айырыуса уңайлы.
Ҡурсаулыҡтың төп бурыстарының береһе — ошо тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәре.
Читайте нас