Башҡортостандың алмаштырғыһыҙ байлыҡтарының береһе – урман. Ул быуаттар дауамында халыҡты ашатҡан да, кейендергән дә, һыйындырған да. Әммә бөгөн глобаль үҙгәрештәр заманында “йәшел ҡалҡан” үҙе лә яҡлауға мохтаж. Был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарыла? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Башҡортостан урман хужалығы министры Марат ШӘРӘФЕТДИНОВҠА мөрәжәғәт иттек.
– Марат Искәндәр улы, республиканың Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамды ниндәй кәйефтә ҡаршылай?
– Кәйефтәр күтәренке, бөтә йүнәлештәрҙә лә әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Урман тергеҙеү, тәрбиәләү, янғындан һаҡланыу саралары, күҙәтеү кеүек бурыстар үҙ мәлендә үтәлә. Йыл тамамланыуға ла күп ҡалманы, әле киләһенә план әҙерләйбеҙ. Нигеҙҙә, йылды насар тамамламайбыҙ. Уйлап ҡараһаң, янғындарҙан сығып баһалағанда ла, быйыл еңел булманы. Хеҙмәткәрҙәр янғындарҙы юғары оҫталыҡ күрһәтеп һүндереүгә өлгәште, тип иҫәпләйем. Хатта 2010 йылғы эҫелә лә был тиклем күп ут сыҡманы. Быйыл иһә 13 июлдән 22 июлгә тиклем, бер аҙна эсендә, 65 осраҡ теркәлде. Уның 55-е тәбиғи факторға – йәшен атыуға бәйле.
– Был тиклем янғынды ваҡытында һүндереүгә өлгәшеүҙә айырыуса нимә ярҙам итте, тип уйлайһығыҙ? Ошондай бер-бер артлы тоҡанған утты ауыҙлыҡлауға әҙер булдығыҙмы?
– Әҙерлек һәр ваҡыт юғары кимәлдә. Асылда, йыл һайын “Рослесхоз” үҙәк аппараты һәм Волга буйы федераль округында Урман хужалығы департаменты субъекттарҙың янғын хәүефе тыуған миҙгелгә әҙерлек кимәлен даими тикшереп тора. Быйыл да, һәр ваҡыттағыса, беҙҙең эш яҡшы баһаланды.
Шуны аңларға кәрәк: быйыл төп янғындар Урал аръяғы төбәгендә үтте, бары береһе генә Туймазыла тоҡанды. Шуға ла бындай осраҡтар йышайғас, беҙ Өфө, Борай, Бәләбәй урман янғыны станциялары техникаһын хәүефле зонаға күсерҙек. План буйынса тәүге тәүлектә үк сыҡҡан уттың 52 процентын һүндерергә тейеш булһаҡ, бөгөн был күрһәткес 80 процентҡа яҡын. Беренсе тәүлектә үк янғындарҙы һүндереүҙәге күрһәткесте 100 процентҡа еткерергә таулы урындар ҡамасаулай. Мәҫәлән, урмандарҙы ут ялмаған саҡта авиапатруль менән сыҡҡанда бер юлы өс янғынды күрҙек. Уларҙың береһе 1211 метр бейеклектә ине, етмәһә, унда бер ниндәй ҙә юл юҡ. Беҙҙең урман янғынын һүндереү төркөмдәре кейем һәм ҡорамалдар менән биш сәғәттән һуң ғына ул урынға барып етә алды.
Икенсе осраҡ – Белорет районының Ҡаһарман ауылы эргәһендәге янғын. 700 гектарҙан ашыу майҙан янды. Ул урындарға барып етеү өсөн бульдозерҙар менән 45 саҡрым тирәһе юл һалырға тура килде.
Шуға ла беҙҙең маҡсат – оператив саралар менән утты һүндереүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу. Бының өсөн “Экология” милли проекты сиктәрендә ҡабул ителгән “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты бар. Уның аша беҙгә техника алыу өсөн финанс ярҙамы күрһәтелә, быйыл 70 миллион һумға техника, дүрт квадракоптер алдыҡ.
– Ошо милли проектҡа ярашлы ҡабул ителгән “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты урман хужалыҡтарының үҫешенә лә ыңғай этәргес көс бирҙеме?
– Әлбиттә. Урман хужалығында 1997 йылдан бирле эшләйем. 23 йыл эсендә дәүләт тарафынан бындай ярҙам булманы. Әйтергә кәрәк, 2018 – 2019 йылдарҙа беҙгә Башҡортостан Хөкүмәте урман хужалыҡтарының, урман янғыны һүндереү берләшмәләренең матди-техник базаһын нығытыуға 380 миллион һум бүлде. Быға өҫтәп “Экология” милли проекты ярҙамға килде. Әле беҙ янғын һүндереү станцияларын техника менән тәьмин итеүҙә 93 процент кимәленә сыҡтыҡ, ә 2024 йылға тиклем 100 процентҡа етергә тейешбеҙ. Республикабыҙ финанс ярҙамы алыу буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе, ә илдә икенсе урында тора.
Беҙгә 211 миллион һум аҡса бүленде. 90-сы йылдарҙан бирле техника алмаған хужалыҡтар өсөн ҙур ярҙам был. Уның 70 миллион һумы – техника алыуға, ә 133 миллион һумы урманды тергеҙеү эшенә йүнәлтелә.
– Урмандарҙы тергеҙеү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Был йәһәттән ниндәй эштәр бойомға ашырыла?
– Урманды тергеҙеүҙең өс төрө бар: яһалма, ҡатнаш һәм тәбиғи. Яһалма урман тергеҙеү йүнәлешендә 7440 гектар майҙанда ағас ултыртырға тейешбеҙ. Был йәһәттән Волга буйы федераль округында беренсебеҙ, ил буйынса – алтынсы урында. Әле 6500 гектарҙа ағас ултырттыҡ, ҡалғаны ошо көҙҙә тамамланасаҡ. Был йәһәттән беҙгә пандемия ла йоғонто яһаны. Тәбиғи урманды тергеҙеү буйынса ла дәғүәләр юҡ. Ғөмүмән алғанда, урман хужалыҡтары ҡуйылған бурысты үтәй. Бөгөн республикала 220-нән ашыу ҡуртымсы бар. Әле көҙгә бары биш-алты ҡуртымсы ғына объектив сәбәптәр арҡаһында пландарын үтәмәй ҡалған, улар ышаныс ҡағыҙҙарын яҙҙы.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы яҙ “Еңеү урманы” акцияһын ойошторорға теләгәйнек, пандемияға бәйле уны көҙгә күсерҙек – 26 сентябрҙә ҙур акция итеп республика кимәлендә ойошторорға уйлайбыҙ. Бынан тыш, Советтар Союзы Геройҙарына бағышлап урман фонды участкаларында үҫентеләр ултыртып, ошо хаҡта мәғлүмәт яҙылған баннерҙар ҡуйҙыҡ.
Акцияларға һыуһағанбыҙ, шикелле, “Урманды һаҡлайыҡ” федераль акцияһында, “Еңеү урманы”, “Йәшел Башҡортостан” сараларында, хәҙер Бөтә Рәсәй “Йәшел Рәсәй” акцияһына ҡушылабыҙ. 35 муниципалитетта “Еңеү урманы” акцияһын уҙғарабыҙ, ә уны яҙғыһын үткәргән райондарҙа Бөйөк Еңеүгә арналған ағастарҙы парктарҙа, скверҙарҙа ултыртырға тәҡдим итәбеҙ.
– Муниципалитет һәм ауыл хужалығы ерҙәрендә тәбиғи юл менән үҫкән урмандар мәсьәләһе ҡасан хәл ителер икән?
– Ысынлап та, был мәсьәләлә ил буйынса етди хәл тыуҙы. Беҙҙә ул күберәк йәш үҫентеләргә ҡағыла. Был – ауыл хужалығы ерҙәренең эшкәртелмәүе һөҙөмтәһе, йәғни хатта беҙҙә Юғары Суд пленумы ла ауыл хужалығы ерҙәрендә урман үҫергә тейеш түгел, тип әйтә. Баҫыуҙар уңыш, иген бирергә тейеш. Мәсьәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин кимәленә тиклем күтәрелде. Форумдарҙың береһендә урман фондына ҡарамаған ауыл хужалығы ерҙәрендә урманды ҡарау норматив документтарын әҙерләү буйынса йөкләмә бирелде. Боҙ урынынан ҡуҙғалды.
– XXI быуат – һанлаштырыу дәүере. Мәғлүм булыуынса, “Һанлы урман” платформаһы булдырыла. Был йәһәттән министрлыҡ ниндәй саралар күрә?
– Урман хужалығын һанлаштырыу менән беҙ күптән шөғөлләнәбеҙ. Мәҫәлән, бөтәһенә лә билдәле Ағасты иҫәпләү һәм уның менән килешеүҙәрҙең берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы (ЕГАИС) 2011–2013 йылдарҙа Башҡортостанда барлыҡҡа килде. Республика биләмәһендә семинар булды һәм унда “Урманды файҙаланыу реестры”на презентация үткәрҙек. Мин 415-се федераль законды әҙерләгән эшсе төркөмгә индем. Беҙҙең мәғлүмәт программаһы сығанағында ЕГАИС системаһы булдырылды. Әле уны яҡшыртыу өҫтөндә эш дауам итә.
Урындарҙа урмансылар эшенең һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Документ әйләнеше күләме үҫә, былтырҙан “АверсИнформПроф” системаһын ғәмәлгә индерә башланыҡ. Уның буйынса 20-нән ашыу субъект эшләй. Беҙҙең урмансылар хәҙер биш урынға мәғлүмәт ебәреп ултырмай, ә система аша бер һанды индерә, ул шунда уҡ төрлө йүнәлештәрҙә тарала.
Беҙ артабан “Ҡырҡындыны матди һәм аҡсалы баһалау” системаһын индереүгә тотондоҡ. Ул кеше хеҙмәтен ҡулланмайынса автомат рәүешендә ҡырҡындының күләм кубатураһын, хаҡын иҫәпләйәсәк. Тағы ла бер йүнәлештә эшләйбеҙ – электрон рәүештә урман декларацияларын, урманды файҙаланыусыларҙың отчеттарын биреү. Урманды файҙаланыусының шәхси кабинетын булдырыу өҫтөндә эшләнек. Әле Башҡортостан дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы менән килешеүҙәр алып барыла. Был да отчеттарҙы электрон төрҙә тапшырыу мөмкинлеген бирә. Минең өсөн урмансыларҙың төп эшендә – урманда күберәк булыуы мөһим.
“Һанлы урман” платформаһына ҡағылышлы проблема бар. Мәсьәләне хәл итеүҙе урман тәрбиәләү эштәренән башларға кәрәк. Был йәһәттән документтарҙың 60 проценты иҫкергән. Беҙ унда нимә үҫкәнен беләбеҙ, әммә сифат һәм һан буйынса теүәл мәғлүмәт юҡ, 30-40 процентҡа йәки унан да күберәккә тайпылыш булыуы ла ихтимал. Беҙҙең урмандарҙың һаны һәм сифатын өйрәнгәндән һуң был система эшләй башлар, тип уйлайым.
Әле республика урмандарының 40 процентына йыһан киңлегенән мониторинг алып барыла. Был законһыҙ ағас ҡырҡыуҙы ике тапҡырға кәметеүгә булышлыҡ итте. Киләсәктә лә урманды һауанан күҙәтеү алымын файҙаланасаҡбыҙ.
– Урман хужалыҡтары араһында ҡайһы коллективтар уңышлы эш алымдарын ҡуллана?
– Хужалыҡтар төрлө шарттарҙа эшләй, ә шулай ҙа тотороҡло эшмәкәрлек барғандарҙы телгә алырға мөмкин. Әбйәлил урман хужалығы алдынғылар рәтендә. Ул ағас ултыртыу эшен тамамлап, башҡа ойошмалар өсөн компенсация урмандары ултыртыу буйынса килешеү төҙөгән. Маҡар урман хужалығы ағас эшкәртә, сәй етештерә, питомник хужалығы менән ныҡлы шөғөлләнәләр. Бәләбәй урман хужалығының да питомниктары һәйбәт. Йүнле урманы булмаһа ла, мәҫәлән, предприятиеларға ҡараған биләмәләрҙә таҙартыу буйынса килешеү төҙөп, аҡса эшләй. Өфө урман хужалығы ла һынатмай. Иглин урман хужалығы һуңғы ике-өс йылда алға китте. Нуриман урман хужалығы төрлө акциялар үткәрә, план күрһәткестәрен дә үтәп бара. Йылайыр урман хужалығында күләм ҙур, әле яңы етәксе ҡуйҙыҡ, унда ла эштәр көйләнә.
– Марат Искәндәр улы, шәхсән үҙегеҙгә ҡағылышлы һорау – ни өсөн урман эшен һайланығыҙ?
– Туғандарым араһында был тармаҡта эшләгәндәр бар ине. Күрше Зиннур ағай ғүмер буйы урмансы булды. Ул саҡта ауылда иң абруйлы һөнәр һаналды, шуға ла беҙҙең дә теләк уянды. Бөгөн урман хеҙмәткәренең абруйын арттырырға кәрәк, сөнки армияға тиң кешеләр “йәшел ҡалҡан” һағында тора, халыҡ уларҙың хеҙмәтен күрергә, лайыҡлы баһаларға тейеш.
20 сентябрҙә урман хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Мин дә хөрмәтле ветерандарҙы, хеҙмәттәштәремде, ошо тармаҡ эшсәндәренең бөтәһен дә ҡотлайым! Эштәрендә – уңыштар, ғаиләләрендә именлек теләйем!