Экология
21 Сентябрь 2020, 11:30

Сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтар билдәләнде

Халыҡ түләмдәрҙең ни өсөн артҡанын аныҡ белергә тейеш.

Сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ арта. Был мәсьәлә һуңғы аҙналарҙа бик көнүҙәккә әйләнде. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сираттағы тапҡыр ошо темаға туҡталдылар.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, 2020 йылдың сентябренән был хеҙмәт өсөн күп фатирлы йортта йәшәгән бер кеше айына 75 һум, ә шәхси йорттар йәшәгәндәр айына 55 һум түләйәсәк.
Быға тиклем Башҡортостанда берҙәм хаҡтар билдәләнгәйне. Сүп-сар сығарылған урындарҙа йәшәгәндәр кеше башына 70 һум һәм ҡалдыҡтар “сүп-сар реформаһы” башланғас ҡына сығарыла башлаған ерҙәрҙә айына 35 һум түләйҙәр ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәсьәләне даими контролдә тота һәм халыҡҡа ни өсөн хаҡтарҙың артыуын аныҡ аңлатырға ҡуша. Был ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын артабан үҫтереү өсөн кәрәк. Былтыр ғинуар айынан алып бөтә тораҡ пункттарҙа ла контейнер майҙансыҡтары урынлаштырҙылар, сүп-сар ташыған машиналар паркы арттырылды, ҡыйҙы даими сығарыу көйләнде, тармаҡтағы етешһеҙлектәрҙе теркәү системаһы ойошторолдо.
– Быға тиклем беҙҙә илдәге иң түбән тариф ине. Ул иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән булды. Тик ул саҡта эшләмәгән эш өсөн кешеләрҙән аҡса түләтә алмай инек. Хәҙер эш рәткә һалынды. Артабан да был хаҡтарҙы ауыҙлыҡлап тота алмайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла ошо мәсьәләгә арналған брифинг үтәсәк. Унда халыҡ күп һорауҙарына яуап ала аласаҡ.
Читайте нас