Күрше Силәбе, Свердловск өлкәләрендә, Пермь крайында тәүге ҡар яуған. Синоптиктар күҙаллауынса, беҙҙә лә урманлы-таулы төбәктәрҙә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы елдең көсәйеүе, урыны менән секундына 15-20 метр тиҙлеккә етеүе хаҡында иҫкәртә.
Башҡортостан гидрометеоүҙәге күҙаллауҙарына ярашлы, 24 сентябрҙән төбәгебеҙҙә аяҙ, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Бер аҙ йылыта. Көндөҙгө һауа температураһы +15...+17, төндәгеһе +1...+3 градус тәшкил итәсәк.