Экология
26 Сентябрь 2020, 12:15

600 мең ағас ултыртыла!

Экологик өмәләр республиканың бөтә ҡала һәм ауылдарында бара.

Бөгөн республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтә. Быйыл ул беренсе тапҡыр “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһенә ярашлы ойошторолдо.
Экологик саралар 19 сентябрҙә, Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә үк башланғайны. Сара республикабыҙ кешеләрен бер ҙур командаға тупланы. Ул көндә 700 майҙансыҡтан дүрт мең куб метр самаһы сүп-сар йыйылып, полигондарға сығарылды. Бөтә донъя таҙалыҡ көнө 95 мең самаһы кешене берләштерҙе, улар араһында туғыҙ мең ойошма хеҙмәткәре, дүрт меңдән ашыу ирекмән булды. Ике меңдән күберәк берәмек техника йәлеп ителде. Айырыуса ҙур иғтибар тәбиғәт биләмәләрен, йылға ярҙарын, күл, быуа буйҙарын йыйыштырыуға бүленде.
26 сентябрь - акцияның төп көнө. Бөгөн “Геройҙар аллеяһы” һәм “Еңеү урманы” акцияларының төп саралары үтә. “Йәшел Башҡортостан – Йәшел Рәсәй” марафонында “Йәшел Рәсәй” экологик хәрәкәте лидерҙары ҡатнаша. Өфөлә 55 майҙанда ағас ултыртыу бара. Сараларҙың төп майҙаны – Өфөләге “Беренсе май” мәҙәниәт һәм ял паркы. Бында бөгөн 900-ҙән ашыу ағас ултыртыла. Урманды тергеҙеү эштәренә ярашлы, Ҡариҙел йылғаһы аръяғында 11 100 берәмек йәш ағас үҫентеләре лә ултыртыласаҡ.
Ҡала һәм ауылдарҙа бөгөн “Геройҙар аллеяһы”на нигеҙ һалына. Дөйөм алғанда, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә акция барышында 600 меңдән ашыу ағас үҫентеһе ултыртыласаҡ.
"Республикабыҙҙы юҡҡа ғына “икенсе Швейцария” тип йөрөтмәйҙәр. Беҙҙең төбәк матур тәбиғәте менән ҡыуандыра. Күпләп туристар килә, улар ҙа тәбиғәткә ҡарата ыңғай тойғолар алып ҡайтып китә. Беҙҙең халыҡ тәбиғәт байлыҡтарына бик һаҡсыл ҡарай. Шуға күрә экологик сараларҙа, ағас ултыртыуҙа ҡатнашыу абруйлы һәм модалы ғәмәл булып сыҡты", - ти вице-премьер - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
“Йәшел Башҡортостан” акцияһы үткән бөтә майҙансыҡтарҙа ла хәүефһеҙлек талаптары теүәл үтәлә: бирсәткәләр, битлектәр, ҡул йыуыу өсөн һыу, антисептиктар бирелә, социаль дистанция тотола.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас