Учалылар, йылдағыса, “Йәшел Башҡортостан” акцияһына дәррәү ҡушылды. Сара барышында район биләмәһендә меңдән ашыу ҡарағай, пирамидалы тирәк, мышар һәм башҡа ағастар ултыртылды.
Ҡала учреждениелары хеҙмәткәрҙәре Мәҙәниәт һәм ял паркы биләмәһен йәшелләндереүҙә әүҙем ҡатнашты, тиҙҙән Учалы урмансылығы питомнигында үҫтерелгән үҫентеләр былай ҙа күркәм ҡаланы тағы ла биҙәйәсәк.
“Йәшел Башҡортостан” ауылдарҙа ла гөрләп үтте. Илсеғол, Мансур, Малай Муйнаҡ ауылдары халҡы “Еңеү урманы” акцияһын дауам иттереп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға арналған обелисктар эргәһенә ағастар ултыртты.
Фото Учалы районы хакимиәте сайтынан.