Кисә, 26 сентябрҙә, республиканың бөтә ҡала һәм ауылдарында “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе, “Еңеү урманы”, “Геройҙар аллеяһы”, “Эшләйбеҙ2020”, “Йәшел Башҡортостан” акциялары, “Йәшел Рәсәй – Йәшел Башҡортостан” марафоны үтте.
Сараларҙа битараф булмаған кешеләр, мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республиканың власть органдары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Экологик өмә барышында дөйөм көс менән 700 майҙансыҡта дүрт мең куб метр самаһы сүп-сар йыйылып, сығарып ташланған. #Сделаем2020 Бөтә донъя таҙалыҡ көнө 95 меңдән ашыу кешене берләштерҙе.
"Республикабыҙҙы юҡҡа ғына “икенсе Швейцария” тип йөрөтмәйҙәр. Беҙҙең төбәк матур тәбиғәте менән ҡыуандыра. Күпләп туристар килә, улар ҙа тәбиғәткә ҡарата ыңғай тойғолар алып ҡайтып китә. Беҙҙең халыҡ тәбиғәт байлыҡтарына бик һаҡсыл ҡарай. Шуға күрә экологик сараларҙа, ағас ултыртыуҙа ҡатнашыу абруйлы һәм модалы ғәмәл булып сыҡты", - тине вице-премьер - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 19 сентябрҙә башланған бөтә акцияларҙа тик “Йәшел Башҡортостан” сиктәрендә генә 697 биләмәлә 155 мең ағас, 144 мең ҡыуаҡлыҡ ултыртылған. Көҙгө акцияла 86 мең кеше ҡатнашҡан. “Геройҙар аллеяһы” һәм “Еңеү урманы”ның һөҙөмтәһе – 610 мең ҙур ағас. Был акцияларҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре әүҙем ярҙам иткән. Улар Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хөрмәтенә 1 886 исемле ағас ултыртҡан, шул иҫәптән 300 балан, сирень һәм ҡайын.
Акцияларға ҡала һәм райондар халҡы бик әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, Нефтекамала ҡала велойөрөшө ойошторолған һәм 75 ҙур балан ағасы ултыртылған. Ағастар һаны осраҡлы һайланмаған - акция Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең юбилейына арналған. Уға “Геройҙар аллеяһы” тип исем биргәндәр. Сибайҙа иһә Фронт әхирәттәре аллеяһы булдырылды. Ҡалала бер нисә тиҫтә йыл эшләп килгән “Фронт әхирәттәре” һуғыш ветерандары – ҡатын-ҡыҙҙар клубында ҡатнашыусыларға арнап, алмағастар ултыртылды. Һәр ағасҡа клубта ҡатнашыусының исеме беркетеп ҡуйылды.
Әлшәй районы халҡы ла сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Һәр бер ауыл биләмәһендә урынлашҡан һәйкәл һәм обелиск яндарында йәшеллек артты. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, районда йәмғеһе 2235 ағас ултыртылды.
Бөрө районында Хәтер аллеяһы асылды, ә Илештә халыҡ “Башҡортостан ихаталары” программаһына ярашлы төҙөкләндерелгән ихатала 45 ағас ултыртырға булған. Кушнаренкола “Геройҙар аллеяһы”нда алты Советтар Союзы Геройы хәтерен мәңгеләштерҙеләр. Нуриман районында иһә, быға тиклем булған “Өмөт аллеяһы”на өҫтәп, 96 ағас ултырттылар, уның оҙонлоғо 400 метрға артты.
Ҙур саралар баш ҡалала ла үтте. Унда ҡатнашыусылар “Йәшел Башҡортостан – Йәшел Рәсәй” марафонына берләште. Һөҙөмтәлә 120 майҙанда 24 мең кеше ҡатнашлығында 2700 ағас, 450 ҡыуаҡлыҡ ултыртылды. Бынан тыш, марафондың төп майҙансығы булған “Беренсе май” паркында иң әүҙем йәш экологтар Йәшел пионерҙар сафына ҡабул ителде.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһендә 300 мең самаһы кеше ҡатнашты һәм 530 ҡыуаҡлыҡ, 769 мең төп ағас ултыртылған.
"Бөгөн “Йәшел Рәсәй” хәрәкәте бөтә ил буйлап өмә үткәрҙе һәм “Еңеү урманы” ултыртты. Һеҙ бөйөк эштең бер өлөшө булдығыҙ. Экологияны һаҡлауҙың мөһимлеген халыҡ аңлаһын ине, ул барыһына ла туранан-тура йоғонто яһай, киләсәк быуын өсөн кәрәк. Уртаҡ эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерһә, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшәсәкбеҙ. Бөгөн ысынлап матур сара, уны ойошторған, ҡатнашҡан һәр кемгә рәхмәт. Бындай акциялар һәр ваҡыт үтеп торор тип ышанам", - тип мөрәжәғәт итте сарала ҡатнашҡандарға Дәүләт Думаһы депутаты, шахмат буйынса күп тапҡыр донъя чемпионы, “Йәшел Рәсәй” хәрәкәте президенты Анатолий Карпов.
Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.