Экология
28 Сентябрь 2020, 16:45

Ҡырҡҡанға ҡарағанда күберәк ултыртырға!

– Беҙҙең принципиаль бурыс шундай: күпме генә ағас эшкәрткән хәлдә лә, унан күберәк ултыртырға тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Яһалма рәүештә урмандарҙы тергеҙеү күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдерҙе.
Тармаҡ эшсәндәре 10,2 мең гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙеү эшен башҡарған, был - пландың 73 проценты. Миҙгел аҙағына тиклем күрһәткес 14,2 мең гектарға тиклем етергә тейеш. Урмандарҙың юғалыуы һәм кире тергеҙелеүе балансы 101,5 процент тәшкил итә. Был былтырғы план күрһәткестәренән юғарыраҡ. Тимәк, республикала ағасты ҡырҡҡанға ҡарағанда күберәк сәсәләр.
Быйыл урман янғындарынан алынған зыян 6,5 миллион һум булған. Был былтырғы менән сағыштырғанда 2,2 тапҡырға әҙерәк. Урманды тергеҙеү һәм махсус техника алыу өсөн федераль бюджеттан 211,2 миллион һум аҡса бүленгән. Был сумма орлоҡ запасы булдырыу, урмандарҙы тергеҙеү сараларын финанслау, 23 берәмек янғын һәм махсус техника, ҡорамалдар алыу өсөн тотонолған. Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, яңы техника быйылғы урман янғындары ваҡытында ныҡ ярҙам иткән.
– Беҙҙең принципиаль бурыс шундай: күпме генә ағас эшкәрткән хәлдә лә, унан күберәк ултыртырға тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Быйыл урмандарҙы тергеҙеү күләме 100 проценттан ашырға һәм йыл һайын шулай булырға тейеш. Хужалыҡ эшмәкәрлеге урмандарҙың кәмеүенә килтерергә тейеш түгел.
Читайте нас