Экология
30 Сентября 2020, 14:00

Биологик һыу ресурстарын һаҡлау маҡсатында

Ошо көндәрҙә Павловка һыуһаҡлағысында 46 мең данаға яҡын уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелде.

Ошо көндәрҙә Павловка һыуһаҡлағысында 46 мең данаға яҡын уҡбалыҡ селбәрәһе ебәрелде. Был сара биологик һыу ресурстары балансын һаҡлауға һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, экологик аҡцияла ведомство вәкилдәре, шулай уҡ Федераль балыҡсылыҡ агентлығының Урта Волга территориаль идаралығы һәм “Главрыбвод” учреждениеһының Кама-Урал филиалы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Экология министрлығының тәбиғәттән файҙаланыу программаларын тормошҡа ашырыу бүлеге белгесе Екатерина Гребенщикова әйтеүенсә, Павловка һыуһаҡлағысындағы йәш уҡбалыҡтар Архенгел районының Оҙондар ауылы янындағы Инйәр йылғаһында үҙәнде турайтыу һәм ярҙы нығытыу эштәрен башҡарғанда һыу ресурстарына килтерелгән зыянды ҡаплау мөмкинлеген бирәсәк. Белгестәрҙең фекеренсә, акция Башҡортостанда уҡбалыҡтың йәшәү ареалын киңәйтеп, Павловка һыуһаҡлағысын балыҡсылыҡ йәһәтенән һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Читайте нас