Экология
3 Октябрь 2020, 10:30

Еҙем буйында өмәләр гөрләй

Акцияла ҡатнашыусылар 120 ҡапсыҡ сүп-сар йыйҙы.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан ирекмәндәре төбәктәге иң бейек Мәмбәт ҡаяһы эргәһендә Еҙем йылғаһының 40 километрлыҡ яр буйын тәртипкә килтерҙе.
Сара, “Рәсәй һыуы” акцияһына ярашлы, Еҙем тәбиғәт паркы биләмәһендә ойошторолдо. Акцияла ҡатнашыусылар 120 ҡапсыҡ сүп-сар йыйҙы, яр буйында ял иткәндән һуң ҡалдыҡтарҙы ҡалдырып китмәҫкә өндәгән мәғлүмәти алтаҡталар ҡуйҙы.
Был көндә Еҙемдең икенсе ярында ла – Ташаҫты ауылы эргәһендәге Еңеү мәмерйәһенең тирә-яғында өмә булды. Ирекмәндәр яр буйынан 59 ҡапсыҡ ҡалдыҡ йыйып алды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған, йылға-күлдәрҙең яр буйын сүп-сарҙан таҙартыуға йүнәлтелгән “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы нигеҙендә Башҡортостанда 200-гә яҡын өмә ойошторолған. Уларҙа 5500 ирекмән ҡатнашҡан, 516 километр самаһы яр буйы тәртипкә килтерелгән.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Читайте нас