Экология
5 Октябрь 2020, 06:00

Октябрь ниндәй көндәр вәғәҙә итә?

Башланып торған яңы аҙнала беҙҙе ниндәй һауа торошо көткәнен белгегеҙ киләлер, моғайын.

Быйылғы көҙ сағыулығы, ҡабатланмаҫ матурлығы, йылы, аяҙ көндәре менән иҫтә ҡалыр, моғайын. Был йәһәттән октябрь ҙә беҙҙе ҡыуандырмаҡсы.
Аҙна башында көндәр бер аҙ һыуытып аласаҡ, әлбиттә. Дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем көндөҙгә һауа температураһы +10...+13 градус буласаҡ, төндәгеһе 0...+3 градус самаһы тәшкил итәсәк, айырым райондарҙа, таулы-урманлы зонала -4 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшәсәк. Синоптиктар шишәмбе-шаршамбыла урыны менән ямғырҙар яуыуын күҙаллай, әммә улар оҙайлы булмаясаҡ.
Ә бына аҙна аҙағы беҙҙе тағы ла йылы көндәр менән ҡыуандырмаҡсы, йоманан көндөҙгө һауа температураһы +16-ҡаса тиклем күтәреләсәк. Республика биләмәһендә яуым-төшөмһөҙ, аяҙ көндәр урынлашасаҡ.
Ғөмүмән алғанда, быйылғы октябрҙәге уртаса һауа температураһы башҡа йылдарҙағы менән сағыштырғанда бер нисә градусҡа йылы буласаҡ, ти синоптиктар.
Фото: tumentoday.ru
Читайте нас