Экология
6 Октября 2020, 13:30

Бергәләп экологияны яҡшыртабыҙ

Башҡортостан өмәләр һәм уларҙа ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғылыҡты яулаған.

Бөтә донъя таҙалыҡ көнө командаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан өмәләр һәм уларҙа ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғылыҡты яулаған.
Бөтә донъя таҙалыҡ көнө акцияһы нигеҙендә 19 сентябрҙә уҙғарылған сарала илдең 61 төбәгендә 114 мең кеше ҡатнашҡан. Йәмәғәт ойошмалары, йәштәр командалары, муниципалитеттар, төбәк операторҙары, эшкәртеүселәр, бизнес вәкилдәре һәм урындағы әүҙемселәр 1700-ҙән ашыу өмә үткәргән. Әлеге тәбиғәтте һаҡлау сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты маҡсаттарына тап килә һәм граждандарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға, халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереүгә йүнәлтелә.
Проекттың Башҡортостандағы координаторы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек начальнигы Ринат Фәтҡуллин әйтеүенсә, Башҡортостан командаһына республика етәкселеге, ведомстволар, муниципалитеттар, предприятиелар, йәмәғәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр инде. Дөйөм тырышлыҡ менән төбәктәге 800 майҙансыҡта дүрт мең кубометр сүп-сар йыйылып, ҡалдыҡтар полигонына сығарылды.
Фото: ecology.bashkortostan.ru
Читайте нас