13 октябрҙә Өфө ҡалаһы “Таҙа ярҙар” марафонына ҡушыла. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы ойошторола.
Сара юғары социаль әһәмиәткә эйә, йәмәғәтселектең һәм йәш быуындың иғтибарын һыу ресурстарын һаҡлауға, уларҙың сифатын яҡшыртыуға йүнәлтә.
Был көндә ҡала халҡы Ҡариҙел йылғаһы ярында йәй буйы йыйылған сүп-сарҙы таҙартырға сыға. Был бик мөһим, сөнки ҡаланы эсәр һыу менән тәьмин итеү ҡоролмаһы тап ошо йылғала урынлашҡан.
Экологик сарала ҡатнашыусылар өсөн күңел асыу программаһы, туҡланыу ойошторола. Иң әүҙемдәргә “Рәсәй һыуы” акцияһы символикаһы менән бүләктәр тапшырыла.
Өмәлә ҡатнашыусылар 13 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә Өфөнөң Максим Рыльский һәм Ҡариҙел йылғаһының яр буйы урамдары киҫелешендәге майҙансыҡта йыйылалар.