Экология
9 Октября 2020, 08:53

Экологик мәҙәнилек һәр кемдең үҙенән башлана

Көнүҙәк мәсьәләләр көйләнде.

Республика көнө – Башҡортостандың иң ҙур дәүләт байрамы. Матур йола буйынса беҙ был көн алдынан йәшәйешебеҙҙең төрлө тармаҡтарындағы ҡаҙаныштарға йомғаҡ яһарға күнеккәнбеҙ. Ағымдағы йыл Башҡортостан өсөн ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булды, шул иҫәптән экология, тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә лә. Уларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталып китәйек.


“Йәшел ҡалҡан”ға – яңы һулыш


Башҡортостан йәшел, ағаслы төбәк булараҡ билдәле. Ҡалаларыбыҙ, айырыуса Өфөбөҙ, йәй етһә, ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙан йәм-йәшелгә әйләнә. Тик, билдәле булыуынса, ағастар ҙа ҡартая, серей, шуға күрә уларҙы яңыртып тороу – мөһим эш. Был йәһәттән беҙҙең республикала хәл көйләнгән. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын атҡара башлағас, быға иғтибар бермә-бер артты. Яҙлы-көҙлө республикала киң масштаблы ағас ултыртыу акциялары ойошторола.
Быйыл яҙ донъяла ҡоторған коронавирус пандемияһы ла ағас ултыртыу кеүек изге ғәмәлгә ҡаршылыҡ була алманы. Халыҡ күпләп ҡатнашмаһа ла, яҙын “Йәшел Башҡортостан” акцияһының беренсе этабында 77 мең төп үҫенте ултыртылды, 41 тематик аллея булдырылды. Унда ун ике меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Ә бына көҙгө саралар күпкә күңеллерәк үтте, халыҡ та күберәк ҡатнашты. Сентябрҙә республиканың бөтә ҡала һәм ауылдарында Бөтә Рәсәй “Йәшел Рәсәй” экологик өмәһе, “Еңеү урманы”, “Геройҙар аллеяһы”, “Эшләйбеҙ-2020”, “Йәшел Башҡортостан” акциялары, “Йәшел Рәсәй – Йәшел Башҡортостан” марафоны үтте.
Сараларҙа битараф булмаған кешеләр, мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары, республиканың власть органдары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары ҡатнашты. Экологик өмә барышында уртаҡ көс менән 700 майҙан­сыҡта дүрт мең кубометр самаһы сүп-сар йыйылып түгелде. Бөтә донъя таҙалыҡ көнө 95 меңдән ашыу кешене берләштерҙе.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 19 һәм 26 сентябрҙә үткәрелгән акцияларҙа тик “Йәшел Башҡортостан” сиктәрендә генә 697 биләмәлә 155 мең ағас, 144 мең ҡыуаҡлыҡ ултыртылған. Көҙгө акцияла 86 мең кеше ҡатнашҡан. “Геройҙар аллеяһы” һәм “Еңеү урманы”ның һөҙөмтәһе – 610 мең ҙур ағас. Бөтә Рәсәй “Йәшел Рәсәй” экологик өмәһендә иһә 300 мең самаһы кеше ҡатнашты һәм 530 ҡыуаҡлыҡ, 769 мең төп ағас ултыртылған.
Иң мөһиме шул – был сараларҙа кешене мәжбүр итеү юҡ. Һәр кем ҙур теләк менән үҙе килә. Экологияны һаҡлауҙың мөһимлеген халыҡ һуңғы йылдарҙа яҡшы аңлай, ул бит барыһына ла туранан-тура йоғонто яһай, киләсәк быуын өсөн кәрәк.


Берҙәмлек барыһын да еңә


Эйе, ауыл һәм ҡалаларҙа ағастар ултыртыу – мөһим һәм кәрәкле эш. Ләкин урмандар тураһында ла оноторға ярамай. Быйыл йәй үтә эҫе көндәр торғанда Башҡортос­тандың көньяғында күпләп урман янды. Был осорҙа ла беҙҙең халыҡ берҙәмлек күрһәтте. Ирекмәндәр һәм ябай кешеләр янғын һүндереүселәр менән бер рәттән тороп Бөрйән, Белорет, Әбйәлил райондарына ут һүндерергә юлланды. Берҙәм эшмәкәрлек һөҙөмтәһеҙ ҡалманы, әлбиттә. Янғындар ваҡытында туҡтатылды, ҙур зыян күрелмәне.
Быйыл урман янғындарынан күрелгән зыян 6,5 миллион һумлыҡ булған. Был, былтырғы менән сағыштырғанда, 2,2 тапҡырға әҙерәк. Урманды тергеҙеү һәм махсус техника алыу өсөн федераль бюджеттан 211,2 миллион һум аҡса бүленгән. Был сумма орлоҡ запасы булдырыу, урмандарҙы тергеҙеү сараларын финанслау, 23 берәмек янғын һәм махсус техника, ҡорамалдар алыу өсөн тотонолған. Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, яңы техника быйылғы урман янғындары ваҡытында ныҡ ярҙам иткән.
Шул уҡ ваҡытта республикала урмандарҙы яһалма тергеҙеү буйынса ла әүҙем эш алып барыла. Был йәһәттән Башҡортостан – Волга буйы федераль округында беренсе урында.
Урман хужалығы эшсәндәре быйыл 10,2 мең гектар майҙанда урман тергеҙеү эшен башҡарған, был – планда ҡаралғандың 73 проценты. Миҙгел аҙағына тиклем күрһәткес 14,2 мең гектарға тиклем етергә тейеш. Урмандарҙың юғалыуы һәм ҡайтанан тергеҙелеү балансы 101,5 процент тәшкил итә. Был былтырғы план күрһәткестәренән юғарыраҡ. Тимәк, республикала, ағасты ҡырҡҡанға ҡарағанда, күберәк сәсәләр.
– Беҙҙең бурыс шундай: күпме генә ағас эшкәрткән хәлдә лә, унан күберәк ултыртырға тейешбеҙ, – тигәйне был турала Радий Хәбиров. – Быйыл урмандарҙы тергеҙеү күләме 100 проценттан ашырға һәм йыл һайын арта барырға тейеш. Хужалыҡ эшмәкәрлеге урмандарҙың кәмеүенә килтерергә тейеш түгел.


“Сүп-сар” реформаһы ни хәлдә?


Сүп-сар сығарыу темаһы халыҡ өсөн һәр ваҡыттағыса мөһим булып ҡала килә. Был эш илдә һәм республикала ике йыл дауам итә. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына бәйле реформа бара. Ул ҙур ауырлыҡ менән башланып киткәйне, әммә бөгөн халыҡ, эштең көйләнгәнен күреп, уның ыңғай яҡтарын баһалай башланы. Кешеләр үҙгәрештәргә һағайып ҡараһа ла, уның нигеҙендә илдәге экологик хәлде яҡшыртыу, рөхсәтһеҙ сүп-сар өйөмдәрен бөтөрөү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса көйлө инфраструктура булдырыу маҡсаты ҡуйылғанлығын яҡшы аңлай.
2019 йылдың 1 ғинуарынан сүп-сарҙы йыйыу, сығарыу һәм утилләштереү менән республикала дүрт төбәк операторы шөғөлләнә. Улар араһында Башҡортостан биш биләмәгә бүленгән.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан сүп-сарҙы сығарыу буйынса илдә иң аҙ түләгән төбәк ине. Был иҡтисади яҡтан бер нисек тә нигеҙләнмәгәйне, шуға күрә быйыл сентябрҙә хаҡтар бер ни тиклем артты. Властар, түләмдәр күбәйгәс тә, төбәк операторҙарының инвестиция әүҙемлеге артыр, компаниялар республикала сүп-сарҙы сортҡа айырған комплекстар, эшкәртеү һәм күмеү объекттары төҙөй башлар, тип ышана.
Реформа башланғанға тиклем ҡалдыҡтар сығарылған биләмәләрҙә түләү бер кешенән 70 һум тәшкил итә ине. Ҡалдыҡтарҙы 2019 йылдың ғинуарынан һуң ғына сығара башлаған төбәктәрҙә кеше башына 35 һум түләргә тура килде. Хәҙер быға тиклем 70 һум түләгәндәр артабан айына 75 һум түләйәсәк. Ә быға тиклем 35 һум түләгәндәр өсөн түләү 20 һумға арта һәм бер кеше өсөн 55 һум тәшкил итәсәк.
Реформа ыңғай ғына бармай. Йыл ярым эсендә Башҡортостанда һәр биләмәнән ҡалдыҡтар сығарыуҙы ойоштороп булманы. Уңыштарға килгәндә, төбәктә 19 мең контейнер майҙансығы эшләнде, 50 меңдән ашыу заманса контейнер урынлаштырылды. Бынан тыш, сүп-сар ташыған техника паркы яңыртылған. 700-ҙән ашыу законһыҙ сүплек юҡҡа сығарылған. “ТКО Башҡортостан” күҙәтеү системаһы ғәмәлгә индерелгән, ул көн һайын теге йәки был биләмәлә сүп-сар сығарыуҙы теркәп бара.
“Сүп-сар” реформаһының төп маҡсаты – сүп-сарҙан мөмкин булғанса күберәк файҙалы фракциялар алыу – күберәк нәмәне эшкәртеүгә ебәреү. Күмеүгә тәғәйенләнгән ҡалдыҡтар күләме мөмкин тиклем кәмергә тейеш. Әле Башҡортостанда сүп-сар эшкәртеү заводтары юҡ. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылға тиклем республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәрткән 16 комплекс һәм өс утилләштереү объекты төҙөү планлаштырылған. Шулай уҡ 2500 сүплек юҡҡа сығырға тейеш.
Әлеге ваҡытта республикала сүп-сарҙы сортҡа айырған 14 комплекс эшләй. 50 төргә тиклем фракция айырып алына: төрлө пластик, полиэтилен, ҡағыҙ, быяла, алюмин, металл, туҡыма һәм башҡалар. Бөтә ҡалдыҡтарҙан икенсел сеймал баҙарында пластик, ҡатырға һәм быяла ғына ихтыяж менән файҙалана.
Ҡыҫҡаһы, реформа алда күп эш талап итә, тик уның файҙаһы булырына халыҡ шикләнмәй.


Шихандарға бер кем дә теймәйәсәк


Экология йәһәтенән тағы бер мөһим ваҡиға тураһында әйтмәй булмай. Сентябрь башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан Ҡуштау тауына республика әһәмиәтендәге айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе исемен биреү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан сода компанияһы тауҙы эшкәртеү тураһында хәбәр иткәс, халыҡ тупланып, Ҡуштау һағына баҫты. Эш бәрелештәргә, низағҡа тиклем барып еткәс, Башҡортостан Башлығы үҙенең ҡарары менән барыһын да көйләне. Бынан ары шихандарҙың береһенә лә теймәйәсәктәр.
– Ҡуштау мәсьәләһендә нөктә ҡуйылды. Һәм был ҡарар, тәү сиратта, үҙ фекерен белдергән меңәрләгән халыҡтың фекерен таныу һәм хөрмәт итеү, – тине Радий Хәбиров был хаҡта.
Өс шихандың береһе юҡҡа сығыуы әйтеп бөтмәҫлек ҙур юғалтыу булыр ине, шуға күрә Ҡуштауҙың тәбиғәт ҡомартҡыһына әүе­релеп, киләсәк быуын өсөн һаҡлап ҡалы­ныуы, ысынлап та, ифрат мөһим. Ғалимдар, белгестәр, экологтар был ҡарарҙы хупланы.
Беренсенән, шихандар геологик йәһәттән уникаль. Улар 300 миллион йыл самаһы элек, Башҡортостан биләмәһендә диңгеҙ булған осорҙа барлыҡҡа килгән. Икенсенән, шихандар биологик мираҫты тәшкил итә. Улар, шул иҫәптән Ҡуштау ҙа – биологик йәһәттән күп төрлөлөк усағы. Бер тауҙа ғына 400-гә яҡын үҫемлек бар – төбәктәге флораның сирек өлөшө.
Ҡуштауҙа Башҡорт­ос­тандың Ҡыҙыл китабына индерелгән 12 төрлө үҫемлек үҫә, шуларҙың етәүһе – Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабында. Бында шулай уҡ 600-гә яҡын кейек төрө теркәлгән, айырыуса бөжәктәр һәм ҡоштар донъяһы бай. Шуларҙың 23-ө – Башҡортостандың, 10-ы Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән. Рәсәй биологик күп төрлөлөк тураһындағы конвенцияны ратификацияланы һәм Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының “ҡыҙыл исемлеге”ндәге төрҙәрҙе һаҡларға бурыслы. Ундайҙар Ҡуштауҙа – 16 (ике үҫемлек һәм 14 кейек төрө). Ҡуштауҙың өсөнсө ҡиммәте – археологик һәм этномәҙәни үҙенсәлектәр.

Читайте нас